Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар , 12:21

Бикбулатҡа береккәндәр "йәндәй ғәзиз ерем" тип

 Наҙлы Эйегенә иҙрәп ултырған Бикбулат ауылының ҡотон күркәм ғаиләләр, ғүмер йомғағын мөхәббәт һәм наҙҙа һүтеүсе матур парҙар һаҡлай.  Гөлсәсәк менән Алик Ғәббәсовтар ошо йәмле төбәккә ғүмерлеккә берегеп, тыуған ауылдарының бәрәкәтен йөҙгә тапҡырлап йәшәүсе һоҡланғыс пар.  Гөлсәсәк Йәркәй ҡыҙы 2008 йылдан алып Урал ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе вазифаһын ҙур намыҫ менән башҡара. Әүҙем йәмәғәтсе, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы яуаплы хеҙмәткәр генә түгел, дүрт баланың хәстәрлекле әсәһе лә, тилбер ҡуллы хужабикә лә ул.  

Бикбулатҡа береккәндәр "йәндәй ғәзиз ерем" тип
Бикбулатҡа береккәндәр "йәндәй ғәзиз ерем" тип

 Ул 1973 йылдың 14 октябрендә татыу, эшһөйәр ғаиләлә донъяға килә. Алты ҡыҙ үҫтергән Шәүрә менән Йәркәй Хөсәйеновтарҙың бар ғүмере намыҫлы хеҙмәттә үтә; үҙ өлгөһөндә улар балаларын да намыҫ менән эшләргә, сәмләнеп, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәргә өйрәтеп үҫтерә. Ҡыҙҙар бөтәһе лә уҡыуға, спортҡа, ҡул эшенә оҫта булып буй еткерә.

 Гөлсәсәк Бикбулат һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң уҡыуын Мораҡ 2-се урта мәктәбендә (хәҙерге гимназия) дауам иттерә. Уны уңышлы тамамлағас, киләсәктә кешеләргә ярҙам итеү, шәфҡәт нурын өләшеү маҡсаты менән Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Әммә уға ауыл медицина пунктында ваҡытлыса ғына эшләп алырға насип була. Район ҡулланыусылар йәмғиәте (райпо) тарҡалғансы ауыл магазинында, артабан шәхси эшҡыуарҙың сауҙа нөктәһендә һатыусы булып эшләй, ә 2008 йылдың август айынан уның иңдәренә Урал ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе бурысы йөкмәтелә.

 “Управляющиның” эшен тәфсирләп яҙыуҙың кәрәге лә юҡ кеүек. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эше, отчеттар, халыҡ менән даими тығыҙ бәйләнештә тороу, ауылдың төҙөклөгө, именлеге өсөн яуап биреү... – былары беҙҙең күҙгә күренгәне генә. Теге йәки был программала, проектта ҡатнашып биләмә (ауыл) айырым һөҙөмтәгә ирешкән икән, һәр уңышта, ыңғай һөҙөмтәлә эштәргә идара итеүсенең тос өлөшө бар. Гөлсәсәк Йәркәй ҡыҙы эшендә йөҙөп йөрөһә лә, үҙе һәр саҡ күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрә, сөнки баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ, юғары интеллект уның ҡанына һалынған.

 Икенсе яртыһы - утыҙ йыл хәҙер ғүмер һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп татыу атлаусы Алик Миңнулла улы ла эшкә бөтмөр, булдыҡлы заттан. Тирә-яҡта уның балта оҫтаһы тигән даны бар. 19 йыл үҙе тир түккән “Үркәс” леспромхозы “үҙгәртеп ҡороу” осоронда тарҡалғас, егәрле ир аҫылына бер аҙ себер тарафтарын гиҙергә, алтын ҡулдары ярҙамында балта эше менән ғаилә табышын хәстәрләргә тура килә. Ҙур шәхси хужалыҡта  ысын ир аҫылы ныҡлы терәк, донъя тотҡаһы булып тора. Күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, ауыл йәмен-тәмен тойоп йәшәй уңғандар.

 Сәскәләй ҡыҙҙары өсөн бар тырышлығын һала хәстәрлекле ата-әсә. Айгизә менән Зөһрә икеһе лә юғары белемле, һөнәрле хәҙер. Дилә әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында 3-сө курста уҡый. Иң кесеһе, кинйәләре – Камил Бикбулат мәктәбенең алдынғы уҡыусыһы. Һөйөклө өләсәй менән олатаһына наҙланып үҫкән Тимур ейәндәре лә уҡыуға, спортҡа әүәҫ.

 “Йән төйәгем” тип ата-бабаларының ерендә төпләнеп, һау-сәләмәт тормош алып барыусы, сәмләнеп донъя көтөүсе, үҙ өлгөһөндә аң-белемле, рухлы балалар үҫтереүсе Гөлсәсәк менән Алик Ғәббәсовтар кеүек уңғандар булғанда, Бикбулат ауылынан йәм һүрелмәҫ, ҡот китмәҫ әле!        

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас в