Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар , 11:48

Районыбыҙҙың мөғжизәле мөйөшө

 23 ғинуарҙа районыбыҙҙың иң хозур урындарының береһе - “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы ойошторолоуға 25 йыл тулды.  Парктың барлыҡҡа килеү тарихы, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге тураһында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының  экологик белем биреү бүлеге методисы Эльвира Аллағужина һөйләй:

Районыбыҙҙың мөғжизәле мөйөшө
Районыбыҙҙың мөғжизәле мөйөшө

- 1995 йылдың апрелендә республиканың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарына Күгәрсен районы хакимиәтенән туристик мөхиттә билдәле булған Оло Эйектең каньон тәшкил иткән үҙәненә хәүеф янауы тураһында хат килә. Шул сәбәпле, Мораҙым тәбиғәт комплексы урынында айырым һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы булдырыу һорала.

 Яуап итеп министрлыҡ тарафынан Күгәрсен районына махсус комиссия ебәрелә, ул тикшереү үткәреп, һөҙөмтә тураһында яҙырға тейеш була. Комиссия Мораҙым тарлыуығы һәм уның эргә-тирәһендәге 10 га ерҙә ҡыҙыҡлы спелеологик объекттар барлығын, иң мөһиме, фәнни әһәмиәткә эйә һәм айырым һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы талаптарына тап килгән мәмерйәләр барлығын билдәләй. 

 Комиссия составына билдәле ғалимдар: Фәндәр академияһы академиктары М.А.Камалетдинов, Т.Т.Казанцева, биология фәндәре докторҙары Е.В.Кучеров, А.Х. Мукатанов, шулай уҡ министрлыҡ һәм район хакимиәте вәкилдәре инә.Шуны ла билдәләп үтеү мөһим, был осорҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры вазифаһында Рөстәм Хәмитов эшләй, ул паркты булдырыуға ҙур өлөш индерә һәм “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркын булдырыу уның тәүге тәжрибәһе була.

 Дәүләт комиссияһында тәбиғәт паркы ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1997 йылдың июлендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Ҡырағай Тәбиғәттең Бөтә донъя Фонды Хөрмәтле Президенты Эдинбург Герцогы Принц Филипп исеменә “Тере Планета” глобаль камнпанияһы фондын яҡлау һәм Башҡортостан Республикаһынан Ер байлығы сифатында 23 мең гектарҙа “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркын иғлан итеү тураһында ғариза менән сығыш яһай.  

 1998 йылдың 23 ғинуарында уны ойоштороуҙы раҫлаусы Башҡортостан Республикаһы Кабинеттар мнистрлығының “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы тураһында”ғы 10-сы һанлы ҡарары сыға. Шулай итеп, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркын ойоштороуҙың  рәсми датаһы булып 1998 йылдың 23 ғинуары иҫәпләнә.

 Тәбиғәт паркы территорияһы функциональ зоналарға: тыйылған, заказлы һәм рекреацион ҡулланыу зоналарына бүленгән. Дөйөм майҙаны – 23 117 гектар. Парктың территорияһы үҙ эсенә фәнни, экологик, тарихи-мәҙәни һәм эстетик әһәмиәткә эйә комплекс һәм объекттарҙы алған.

 Төп бурыстары:

 - тәбиғәт комплекстарын, уникаль, тарихи-мәҙәни тәбиғәт участкаларын һәм объекттарын һаҡлау;

- ял өсөн шарттар булдырыу, рекреацион ресурстарҙы һаҡлау;

- тәбиғәтте һаҡлау буйынса эффектив ысулдар индереү һәм тәбиғәтте паркын ҡулланғанда экологик балансты тотоу.

 Ошо бурыстарҙы үтәү өсөн беҙҙә 2 бүлек эшләй: һаҡлау һәм экологик белем биреү бүлектәре.

 Парк Күгәрсен һәм Йылайыр райондары ерҙәрендә урынлашҡан. Тарлауыҡтың матур күренешле ҡаяларында Кесе Эйек йылғаһына тиклем һәм артабан төньяҡҡа табан аҫҡы, урта һәм үрге девондың рифоген эзбизташтары асыҡ күренә. Киңлек йүнәлешендә йылғалар бысып үткән урындарҙа текә, аҫылынып торған, 100 метрҙан да бейегерәк ярлауҙар барлыҡҡа килгән, улар асыҡ күренә һәм геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн бик уңайлы. Шуны ла әйтергә кәрәк, Урал – боронғо девон диңгеҙенең көслө рифтары арҡаһында барлыҡҡа килгән эзбизташлы берҙән-бер урын. Ундай ер Германияла ғына бар (Гарце).

 Флора һәм фауна байлығы был районды девон ваҡытындағы органик тормошто стратиграфия һәм эволюция яғынан өйрәнеүгә мөмкин булыуы менән мөһим. Геологик яҡтан “Мораҙым тарлауығы” донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә. Мораҙым яҡтары спелеологик объекттарға бай, унда - 46 мәмерйә. Был Уралдағы иң күп мәмерйәләр. Уларҙың һәр береһе төрлө оҙонлоҡта – 10-дан 2000 метрға тиклем. Һәр мәмерйә үҙенсә уникаль һәм ҡабатланмаҫ. Иң билдәлеләре – “Яңы Мораҙым”,”Иҫке Мораҙым” һәм “Күгәрсен ҡыуышлығы”.

 2012 йылда “Мораҙым тарлауығы” “Шүлгән таш” тәбиғәт паркы, “Башҡортостан” милли паркы, “Эйек” һәм “Алтын солоҡ” заказниктары менән “Башҡорт Уралы” биосфер резерваты составына инде.

 Йылдан-йыл Мораҙымдың популярлығы арта бара, 2021 йылда беҙгә 32 311 кеше килһә, 2022 йылда 46 850 кеше булды. Шуға күрә экскурсиялар һаны ла арта, өҫтәмә экскурсоводтар алына, рекреация зонаһы төҙөкләндерелә, инфраструктура үҫешә.

 Тәбиғәт паркы ҙур түгел, бөтәһе 11 кеше эшләй, әммә коллектив татыу һәм берҙәм.  

 2022 йылда дәүләт инпсекторҙары тарафынан 300 рейд үткәрелде, 15 аншлаг һәм карта-схема ҡуйылды, ашатыу майҙансыҡтары йыһазландырылды. Экологик белем биреү бүлеге 60 экологик сара уҙғарҙы, парк хеҙмәткәрҙәре һаҡ йортон төҙөнө, даими рәүештә сүп-сар йыйыла, парк территорияһы йыл әйләнәһенә таҙа һәм йыйнаҡ тотола.

 “Мораҙым тарлауығы” популярлыҡ һәм ҡулайланыш буйынса республиканың тәбиғәт парктары араһында тәүге урындарҙы биләй.

 Күп ҡунаҡтарға беҙҙә ял итеү оҡшай, тәбиғәттең матурлығы , мәмерйәләр менән генә һоҡланып ҡалмай, ә парктағы коллектив тыуҙырған таҙалыҡ һәм бөхтәлектән бик ҡәнәғәт ҡала. Ял итеүселәрҙең социаль селтәрҙәрҙә яҙылған рәхмәт һүҙҙәре беҙгә тағы ла дәртләнеп эшләргә көс-дәрт бирә.

Алдағы йыдарҙа яңы экологик маршруттар төҙөргә планлаштырабыҙ. Ял итеүселәр уңайлығы өсөн яңы беседкалар төҙөргә, булғандарын ремонтларға ниәтләйбеҙ. Күгәрсен мәмерйәһенә илткән һуҡмаҡҡа асфальт түшәргә, ошо уҡ мәмерйәгә ҡарау майҙансыҡтары, баҫҡыстар йыһазландырырға уйлайбыҙ. Шулай уҡ 4 кисеүгә ҡуйыр өсөн понтон күперҙәр алыу, Яңы Мораҙым мәмерйәһенә, “Йәшел ус” һуҡмағына илткән юлдағы йылға аша яңы аҫылмалы күпер төҙөү планда бар. Планлаштырылғандарҙың барыһын да эшләргә, ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға, туризм тармағын тағы ла үҫтерергә тигән ниәттәр менән йәшәйбеҙ.

Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас в