Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар , 09:05

Ҡосаҡтарын йәйеп йәшлек килгән...

Иртәгә Рәсәй студенттары көнө Теләүембәт ауылы егете Азат Байгилдин Башҡорт дәүләт аграр университетының 1-се курсында - Тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетының Геодезия һәм дистанцион зонд менән тикшереү йүнәлешендә белем ала.   Мәктәп йылдарын оло бер йылылыҡ менән иҫкә ала ул. Шулай булмай һуң: һабаҡташтарына, уҡытыусыларына бәйле күпме хәтирәләр, иҫтәлектәр һаҡлана уның күңелендә!

Ҡосаҡтарын йәйеп йәшлек килгән...
Ҡосаҡтарын йәйеп йәшлек килгән...

Улар араһында иң сағыуҙарының береһе – 6-сы класта уҡыған сағында Өфөгә республика Башлығы Шыршы байрамына барыуы. Был мәртәбәле сарала ҡатнашыу хоҡуғы уға яҡшы уҡыуы, төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашыуы өсөн бирелә.

 Математика, йәмғиәтте өйрәнеү, география фәндәренән үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаларынан да ситтә ҡалмай тырыш уҡыусы, бер нисә тапҡыр призер һәм еңеүсе исеменә лайыҡ була. “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы коллективы ойошторған конкурстарҙа ла бик теләп ҡатнаша һәм дипломдар менән бүләкләнә. “Минең ғаиләм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда” тигән эҙләнеү эше менән район конкурсында 1-се урынға лайыҡ була.

Азат спорт яғынан да һынатмаған: волейбол, хоккей, йүгереү һәм саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашып, мәктәп данын район күләмендә яҡлаған.

 Тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшкән уҡыусы берҙәм дәүләт имтихандарына алдан ентекле әҙерләнә, һөнәр һайлауға ла етди ҡарай. Мотлаҡ тапшырылырға тейеш һаналған математика менән  рус теленән тыш, география менән йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен һайлаған. Имтихандарға әҙерләнгән ваҡыттағы тырышлығы, быға тиклем алған белеме бушҡа китмәгән: һабаҡташтары араһында рус теле менән географиянан иң күп балл нәҡ уныҡы була. Был юғары уҡыу йортона ингәндә генә түгел, һуңынан да иҫәпкә алына: Азат берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйғаны өсөн юғары стипендия алып уҡый.

Әйткәндәй, Азат ғаиләләрендә берҙән-бер студент түгел. Әлеге көндә апаһы Нурзилә Стәрлетамаҡ ҡалаһының химия-технология колледжының 4-се курсында белем ала.

  - Минең уңыштарымда уҡытыусыларымдың да өлөшө ҙур, уларға, айырыуса рус теле уҡытыусыһы Әлиә Фаил ҡыҙы Хайсароваға, математиканан белем биргән Айгөл Фәрғәт ҡыҙы Ефимушкинаға, географиянан белем биргән Флүрә Мөхәмәт ҡыҙы Ҡыҙрасоваға, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән уҡытҡан Гөлнара Ишбулат ҡыҙы Фазлаеваға рәхмәтем ҙур.

– ти студент.

Беҙ ҙә Азатҡа ҡушылып, барлыҡ студенттарға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йәшлек бер генә килә, уның һәр көнөн күңелле лә, файҙалы ла үткәрергә яҙһын, яулайһы үрҙәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас в