Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2023, 17:35

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Район халҡы тыуған илен һаҡлаусы батыр улдарын бер минутҡа ла иҫенән сығармай. Мобилизацияның тәүге көндәренән үк күгәрсендәр хәрби бурысын үтәүсе яҡташтарын хәстәрләп тора, кәрәкле әйберҙәр ебәреп, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ҙур гуманитар ярҙам алып барҙы: уларға тәғәйенләп күмәк көс менән һатып алынған “УАЗ” автомобилен, хәрби-ялан шарттарында кәрәкле әйберҙәрҙе, тыуған яҡ күстәнәстәрен тапшырып, яҡташтарының ҡайнар сәләмдәрен еткереп ҡайтты.    - Иң мөһиме, бөтә егеттәребеҙ ҙә иҫән-һау, тыуған яҡтарына күп сәләмдәр, яҡташтарына ҙур рәхмәттәр әйтеп ҡалдылар. Бөтә район халҡы – ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар, хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, хаҡлы ялдағылар - һәр бер күгәрсенле ярҙамы менән йыйылған аҡсаға һатып алынған "УАЗ" автомобиле, хәрби-ялан шарттарында йәшәүсе яугирҙарға кәрәкле бөтә әйберҙәр – тепловизорҙар, газ генераторҙары, мейес-буржуйкалар, бензобысҡылар, уларға запас частар, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, яҡындары йыйған посылкалар, күсмә мунсаны иҫән-һау алып барып тапшырҙыҡ. Яҡташтарыбыҙға кәрәкле әйберҙәрҙе йыйырға ярҙам иткән һәр бер күгәрсенлегә, водителдәребеҙ – юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсәндәренә оло рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә.  Был юлы ла беҙҙең республика хәрби бурысын үтәүсе яҡташтарыбыҙға ҙур гуманитар ылау алып барҙы (бөтәһе 34 машина, уның 11-е – фура), уға БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселек итте. Беҙҙе БР Хөкүмәтенең беренсе премьер-министры Азат Бадранов ҡаршы алды, бөтәһен дә аңлатты. Артабан беҙ яҡташтарыбыҙ урынлашҡан Луганск өлкәһенә киттек, унда егеттәребеҙ менән осрашып, автомобиль һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе тапшырып, артабан Херсон йүнәлешенә ҡуҙғалдыҡ. Егеттәрҙең кәйефтәре яҡшы.  Яҡташтарыбыҙ ныҡ ҡыуанды, тыуған яҡтарына ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе, ярҙам итеүселәрҙең, ылауға өлөш индереүселәрҙең һәр береһенә иң изге теләктәрен еткерҙе, - тип билдәләне Марат Сәлим улы.  Ил һағындағы егеттәр хушлашҡанда “Беҙ еңеү менән ҡайтабыҙ!” тип вәғәҙә биргән. Эйе, һәр берегеҙгә еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!  Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!        

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Район халҡы тыуған илен һаҡлаусы батыр улдарын бер минутҡа ла иҫенән сығармай. Мобилизацияның тәүге көндәренән үк күгәрсендәр хәрби бурысын үтәүсе яҡташтарын хәстәрләп тора, кәрәкле әйберҙәр ебәреп, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ҙур гуманитар ярҙам алып барҙы: уларға тәғәйенләп күмәк көс менән һатып алынған “УАЗ” автомобилен, хәрби-ялан шарттарында кәрәкле әйберҙәрҙе, тыуған яҡ күстәнәстәрен тапшырып, яҡташтарының ҡайнар сәләмдәрен еткереп ҡайтты.   

- Иң мөһиме, бөтә егеттәребеҙ ҙә иҫән-һау, тыуған яҡтарына күп сәләмдәр, яҡташтарына ҙур рәхмәттәр әйтеп ҡалдылар.

Бөтә район халҡы – ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар, хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, хаҡлы ялдағылар - һәр бер күгәрсенле ярҙамы менән йыйылған аҡсаға һатып алынған "УАЗ" автомобиле, хәрби-ялан шарттарында йәшәүсе яугирҙарға кәрәкле бөтә әйберҙәр – тепловизорҙар, газ генераторҙары, мейес-буржуйкалар, бензобысҡылар, уларға запас частар, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, яҡындары йыйған посылкалар, күсмә мунсаны иҫән-һау алып барып тапшырҙыҡ. Яҡташтарыбыҙға кәрәкле әйберҙәрҙе йыйырға ярҙам иткән һәр бер күгәрсенлегә, водителдәребеҙ – юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсәндәренә оло рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә.

 Был юлы ла беҙҙең республика хәрби бурысын үтәүсе яҡташтарыбыҙға ҙур гуманитар ылау алып барҙы (бөтәһе 34 машина, уның 11-е – фура), уға БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселек итте. Беҙҙе БР Хөкүмәтенең беренсе премьер-министры Азат Бадранов ҡаршы алды, бөтәһен дә аңлатты. Артабан беҙ яҡташтарыбыҙ урынлашҡан Луганск өлкәһенә киттек, унда егеттәребеҙ менән осрашып, автомобиль һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе тапшырып, артабан Херсон йүнәлешенә ҡуҙғалдыҡ. Егеттәрҙең кәйефтәре яҡшы.  Яҡташтарыбыҙ ныҡ ҡыуанды, тыуған яҡтарына ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе, ярҙам итеүселәрҙең, ылауға өлөш индереүселәрҙең һәр береһенә иң изге теләктәрен еткерҙе, - тип билдәләне Марат Сәлим улы.

 Ил һағындағы егеттәр хушлашҡанда “Беҙ еңеү менән ҡайтабыҙ!” тип вәғәҙә биргән. Эйе, һәр берегеҙгә еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!  Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!

     

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: