Әминә Мәғзүм ҡыҙы районда беренселәрҙән булып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен тергеҙеү эштәрен башлап ебәргәйне. "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Бикбулат ауылы халҡы ла оҫталыҡ дәресе үткәреүҙе һораны.
Матурлыҡҡа ынтылған гүзәл заттар алҡа эшләү серҙәренә лә өйрәнде, хәҙерге заманда ябай биҙәүес әйбер булараҡ ҡулланылған селтәр, һаҡал, ҡашмау, түшелдерек кеүек монаяттарҙың төп тәғәйенләнеше тураһында ла төплө мәғлүмәттәр алды.
Әминә абыстай шулай уҡ матур, килешле итеп яулыҡ ябыныу тураһында ла һөйләне. Яулыҡ та башҡа өҫ кейемдәре кеүек, көндәлек кейем итеп алыр кәрәклеген аңлатты.
Әйткәндәй, 2012 йылда уҡ Әминә абыстай ҡыҙы Айгөл менән ҡатын-ҡыҙҙарға ғәрәп теле дәрестәре үткәрҙе, "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһын етәкләгән осорҙа ла бибулаттар менән тығыҙ эшләне.