-6 °С
Болотло
"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Бикбулат халҡы ысын мәғәнәһендә әүҙемлеге менән дә, ҡунаҡсыллығы менән айырылып тора. Еңеү яулау өсөн бөтә көстәрен һала, ваҡыттарын йәлләмәй. Көнөнә өсәр-дүртәр сара үткәреп, өй төҫө күрмәй китһәләр ҙә, зарланмайҙар. Күмәкләгән -яу ҡайтарған, берҙәмлектә - көс тигәндәй, маҡсаттарына өлгәшергә яҙһын.
Күптән түгел улар Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Рәмилә Рамаҙан ҡыҙы Йосопова менән осрашты.
Рәмилә ханым үҙе оҫта ҡумыҙсы. Бикбулаттарға халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралы тураһында йөкмәткеле мәғлүмәттәр еткерҙе, теләүселәргә ҡумыҙ сиртергә лә өйрәтте. Өйрәнергә тип дүрт ҡумыҙ ҙа ҡалдырҙы.