Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар , 14:32

Бикбулаттар "Йөрәк йылыһы" акцияһына ҡушылды

 Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам рәүешендә  йылы ойоҡбаштар, бейәләй, бирсәткәләр бәйләй ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары. "Бер кем дә битараф ҡалманы: етәкселәр ҙә, ябай халыҡ та, эшҡыуарҙар ҙа еңеүгә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ауыл клубында "Һалдаттарға бәйләйбеҙ"  тигән кис ултырыу ҙа ойошторҙоҡ. Йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән әйберҙәр уларға көс тә, ышаныс та өҫтәр, һыуыҡтан ғына түгел, яраларҙан да ҡурсыр тигән өмөттәбеҙ. Егеттәребеҙгә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булһын", - тиҙәр улар теләктәрен еткереп. 

 Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам рәүешендә  йылы ойоҡбаштар, бейәләй, бирсәткәләр бәйләй ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары.

"Бер кем дә битараф ҡалманы: етәкселәр ҙә, ябай халыҡ та, эшҡыуарҙар ҙа еңеүгә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ауыл клубында "Һалдаттарға бәйләйбеҙ"  тигән кис ултырыу ҙа ойошторҙоҡ. Йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән әйберҙәр уларға көс тә, ышаныс та өҫтәр, һыуыҡтан ғына түгел, яраларҙан да ҡурсыр тигән өмөттәбеҙ. Егеттәребеҙгә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булһын", - тиҙәр улар теләктәрен еткереп. 

Бикбулаттар "Йөрәк йылыһы" акцияһына ҡушылды
Бикбулаттар "Йөрәк йылыһы" акцияһына ҡушылды
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас в