Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар , 16:25

Беренсе Президентҡа арналған турнир уҙғарылды

 Күгәрсен ауылында элек-электән дәртле, берҙәм халыҡ йәшәй: йыр-моңға ла, спортҡа ла битараф түгелдәр, йәмәғәт эшенә лә өлгөрәләр, гөрләтеп донъя ла көтәләр.  Ауыл биләмәһе, район күләмендә уҙғарылған ниндәй генә сара булмаһын – улар мотлаҡ ҡатнашалар, һәр ерҙә әүҙемлек күрһәтәләр. Әйткәндәй, урындағы халыҡтың күңел асыу, аралашыу урыны булған Күгәрсен күп функциялы ауыл клубында спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған: шашка-шахматтар ҙа, теннис корды ла, бильярд та, тренажерҙар ҙа бар.  Был аҙнала унда бильярд, өҫтәл теннисы, шашка һәм шахмат буйынса ярыш ойошоролдо.

Беренсе Президентҡа арналған турнир уҙғарылды
Беренсе Президентҡа арналған турнир уҙғарылды

Еңеүселәр исемлеге менән гәзитебеҙҙең киләһе һанында танышырһығыҙ. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас в