Бөгөн Башҡортостан халҡы арҙаҡлы улы, республикабыҙҙың Беренсе һәм һуңғы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән бәхилләште.
89 йәш тулыуға ла күп ҡалмағайны, ни бары бер ай ваҡыт. Эйе, кеше ғүмере шулай ҡоролған: тыуым да, үлем дә бар. Ил ағаһының китеүе - тотош дәүер юғалтыуы. Үҙ иңендә ил яҙмышын күтәргән, Башҡортостаныбыҙҙы ҡатмарлы осорҙа аяҡҡа баҫтырған ябай Ер улы ине ул. Кемгәлер ағай, кемгәлер ҡусты, кемгәлер ҡорҙаш, остаз булды яҡташыбыҙ. Хушлашыуға ла халыҡ йылға шикелле ағылып килде. Ҡосаҡ-ҡосаҡ аҡ, ҡыҙыл раузалар, сағыу ҡәнәферҙәр тотоп килде халыҡ. Һәр кем эстән генә, күңеленән генә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Ил ағаһы ҡурай моңон, башҡорт моңон яратты. Һуңғы юлға ла уны ҡурай моңо оҙатты.
Бәхил бул, Ил ағаһы! Бәхил бул, Ер улы!
Һағынырбыҙ ҙа, юҡһынырбыҙ ҙа. Һинең менән дәүерҙәш, замандаш булыуыбыҙ менән ғорурланырбыҙ ҙа...