

*Ғинуар ҡоро килһә, крәҫтиән мул уңыш алыр.
*Әгәр ғинуар айында ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ булыр.
*Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш мул булыр.
*Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер. Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.
*Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер.
*Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә – сатнама һыуыҡтарға.
*Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара.
*Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор.
*Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
*Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
*Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға. Ут дөрләп янһа – әсе һыуыҡтарға, насар һөйрәһә – көндөң епшеүенә. Мейестәге ут ялҡынланып янһа – әсе һыуыҡҡа, аҡһыл төтөнләнеп торһа – көн йылытыуға. Тоба шаулаһа – әсе һыуыҡтарға.