Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Ғинуар 2023, 05:06

Миҙгел әйтеү

Өләсәй-ҡәртәсәйҙәребеҙҙең лөғәтенә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: тәбиғәттәме, тормоштағы теге йәки был күренешкә ҡаратамы бик тапҡыр һәм матур итеп әйтеп ҡуялар. Беҙҙең халыҡта "миҙгел әйтеү"  һаҡланған.   

Етелә - еткерермен. Йәғни көн оҙонлоғо ете сәғәт булған ваҡытта ҡар етерлек яуған була. Һигеҙҙә - һикертермен. Көн оҙолоғо һигеҙ сәғәткә тиңләшкәндә, бурандар ҡалҡа. Тәбиғәт бабай, йәнәһе, һырынтылар аша һикертермен тип әйтә була. Туғыҙҙа туҡтатырмын. Буранлы көндәр бөтә. Унында - уйнатырмын. Көн оҙонлоғо ун сәғәткә еткәндә, яңынан бурандар башлана. Ун берҙә - уҡ табан. Бурандар баҫылыр, юл ялтырап ятыр, сана табаны уҡтай шыуыр. Ун икелә - һуҡ табан. Көн оҙонлоғо ун ике сәғәт булғанда ҡар епшек була, сана табанына йәбешеп туңған ҡарҙы һуғып ҡуптарып төшөрәләр. Ун өстә - юҡ табан. Ун өс сәғәткә еткәндә ҡар иреп бөтә, сана юлы ҡала. Ун дүрттә - тот һабан. Был ваҡытта һабанға төшәләр.

 

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

Миҙгел әйтеү
Миҙгел әйтеү
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас