Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
7 Января 2023, 10:21

"Йыл матур ваҡиғанан башланды"

Аралбайҙар яңы йылды бик матур һәм үҙенсәлекле башлап ебәргән: ауыл мәсендә тәүгә никах уҡытылып, йәш ғаилә ҡоролған. - Йылды нисек башлайһың, шулай үтә тиҙәр бит. Бик матур ваҡиғалар менән Яңы йылды ҡаршыланыҡ. Ауылыбыҙҙың һыу һөлөгөндәй иң сибәр, уңған ҡыҙы Нурзилә менән Мәҡсүт ауылының аҫыл егете Руслан сәстәрен-сәскә бәйләне. Ауылыбыҙҙың аҡ мәсетендә тәүгә никах яңғыраны.  Ғаилә ҡороу - ул оло яуаплылыҡ һәм шул уҡ ваҡытта сикһеҙ бәхет, - тип яҙа Рита Аҡкилдина.

Фотолар шәхси архивтан алынды.

"Йыл матур ваҡиғанан башланды"
"Йыл матур ваҡиғанан башланды"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас