Ғинуарҙың йыл башы булып китеүе Петр I Рәсәйҙә яңы календарь индереүенә бәйле.
Йыл башы, ҡыш уртаһы булған ғинуар сатлама һыуыҡтары, бурап-бурап яуған ҡарҙары, күҙ асҡыһыҙ бурандары менән данлыҡлы был айҙы башҡорттар борондан юҡҡа ғына һыуығай тип атамаған.
Нәҡ ғинуарҙа ҡырҡ көн дауам иткән сатлама һыуыҡ көндәр - ҡышҡы селлә башлана.
Был осорҙа йылы яҡтарға китмәгән ҡоштар һәм урман- ҡырҙарҙағы йәнлектәр өсөн ауыр көндәр килә: көҙҙән ҡалған аҙыҡ бөтә башлай, һалҡындар ыҙалата.
Тимәк, ҡош-ҡорттарға тағараҡтар элергә, йоҡоға талмаған ҡырағай йәнлектәргә әҙ-мәҙ булһа ла ризыҡланыр аҙыҡ бүлергә кәрәк. Сатлама һыуыҡтан бөтә нәмә ойоп ҡалған ине.
Быйылғы ҡыш төрлө көндәре менән хайран итә. Берсә ҡаты һыуыҡтары, берсә имшеү көндәре.
Яңы йылдың тәүге көндәрендә ямғыр ҙа һибәләп торҙо.
Ҡышҡа ҡарап йәйҙе бел, ти халыҡ аҡылы. Ғинуарҙа көн йылы булһа, июль һалҡын килер, тиҙәр.
Тимәк, июлдең һалҡынса булыуы көтөлә. Көндәрҙең үҙгәреүен йорт хайуандарына ҡарап та белергә мөмкин.
Мәҫәлән, бесәй ағас ишекте тырнаһа –буран, йомарланып, танауын ҡаплап ятһа –һыуыҡ була.
Көн боҙолоуын тирә-яҡтағы үҙгәрештәргә ҡарап та күҙалларға мөмкин: төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа тарта; йондоҙҙар емелдәп янһа – һалҡынға; ҡыш көнө ҡояш ҡыҙарып ҡалҡһа – һалҡын булыр; ай ҡолаҡланһа – һалҡынға.