"Мәскәүҙә йәшәүсе ниндәйҙер Сергей минең паспорт менән кредит алырға уйлаған, банк хеҙмәткәрҙәре Сергейҙең Резеда түгеллеген белеп ҡалғас, уға кредит бирмәгән һәм тиҙ арала полиция саҡыртҡан. Теге шилма малай сығып ҡасҡан да, хәҙер федеральный розыскта икән... Мәскәүҙән бер полиция шылтыратып ОҘОН-ОҘАҠ миңә Сергейҙең мутлығы хаҡында һөйләне. Мин был яҡта хихылдап көлөп тик ултырам, түҙеп булмай ҙа😂 Телефондың теге осонан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре мине шелтәләй башланы: «Вы почему так не серьезно относитесь к этому делу? Я думаю, вы соучастник».
—Ҡуй, башымды ҡатырма,—тинем.
—Чтооооооо?—ти теге полицияла «эшләгән» кеше.👮♂
—Һау булығыҙ!
Үәт әй, Сергей, дауай һин унда минең исемгә кредит алып йөрөмә! Мине бурысҡа батырһаң, бер ҡасан да Мәскәүҙе барып күрә алмаҫмын ул", - тип көлә-көлә мажараларын бәйән итә журналист коллегам.
Дуҫтар, һеҙгә полициянан шылтыраталармы?
Ҡурҡышығыҙҙан йә албырғап үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт бирәһегеҙме?
Һаҡ булығыҙ!