+24 °С
Ямғыр
Балаларҙың ялын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуға район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә ҙур өлөш индерә. Ҡышҡы каникул башланыу менән уҡыусылар китапханаға ашыға. Сөнки унда апайҙары төрлө-төрлө күңелле уйындар үткәрә, әкиәт персонаждары менән осраштыра, мауыҡтырғыс китап иленә сәйәхәт ойоштора.
Саф һауала уйнап, белемдәрен байытып, нығытып, уҡыуға көс туплай балалар!