+22 °С
Дождь
Ҡышҡы каникул көндәре гөрләп тора. Хоҙайбирҙин ауылында ла Яңы йыл уйындары күтәренке рухта үтте. Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа саф һауала сәкән һуғып, ҡышҡы уйындар уйнап күңел асты. Ғаиләләр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалаған был сара бик күптәрҙе йәлеп итте.