Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2023, 05:45

Йылдың тәүге көнөндә үк стартҡа баҫҡандар!

Өр-яңы йылдың тәүге көнө ғәҙәттә нисек үтә? Күптәр һуң ғына ятып, һуң ғына тора, әлбиттә. Бер ҡайҙа ла ашығаһы түгел – йоҡо туйып, йылы түшәктән айырылғансы, төш ауыша. Ә бына бер төркөм әүҙемдәр йылдың иң тәүге көнөндә “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында еңел атлетика менән шөғөлләнгән. Уларҙың барыһы ла бер төрлө ара - 2023 м үткән һәм һәр кем үҙенең һанында быйыл башҡарырға теләгән ниәтен яҙған.  Әйткәндәй, яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та улы Урал менән Өфөлә уҙған “Вәғәҙәләр уҙышы” нда йүгергән. Улар Ҡунаҡһарай алдындағы майҙандан старт алып, 2023 метр араны уҙған. Йүгереүҙә бөтәһе ике меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. - Улым менән бишенсе тапҡыр йүгереүҙә ҡатнашабыҙ. Проекттың асылы шунда: махсус алтаҡтала һәр ҡатнашыусы 2023 йылға вәғәҙәһен яҙа һәм уны үтәргә бурыслы. Мин быйыл "Кешеләр мәнфәғәтенә күберәк эшләү" тип ҡыҫҡа ғына яҙҙым, әммә был һүҙҙәрҙә 2023 йылда эҙмә-эҙлекле шөғөлләнәсәк кешеләрҙең күплегенә ҡағылышлы бер нисә етди проблема бар, - тип яҙа Зариф Закир улы.

Йылдың тәүге көнөндә үк стартҡа баҫҡандар!Йылдың тәүге көнөндә үк стартҡа баҫҡандар!
Йылдың тәүге көнөндә үк стартҡа баҫҡандар!

Өр-яңы йылдың тәүге көнө ғәҙәттә нисек үтә? Күптәр һуң ғына ятып, һуң ғына тора, әлбиттә. Бер ҡайҙа ла ашығаһы түгел – йоҡо туйып, йылы түшәктән айырылғансы, төш ауыша. Ә бына бер төркөм әүҙемдәр йылдың иң тәүге көнөндә “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында еңел атлетика менән шөғөлләнгән. Уларҙың барыһы ла бер төрлө ара - 2023 м үткән һәм һәр кем үҙенең һанында быйыл башҡарырға теләгән ниәтен яҙған.

 Әйткәндәй, яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та улы Урал менән Өфөлә уҙған “Вәғәҙәләр уҙышы” нда йүгергән. Улар Ҡунаҡһарай алдындағы майҙандан старт алып, 2023 метр араны уҙған. Йүгереүҙә бөтәһе ике меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

- Улым менән бишенсе тапҡыр йүгереүҙә ҡатнашабыҙ. Проекттың асылы шунда: махсус алтаҡтала һәр ҡатнашыусы 2023 йылға вәғәҙәһен яҙа һәм уны үтәргә бурыслы. Мин быйыл "Кешеләр мәнфәғәтенә күберәк эшләү" тип ҡыҫҡа ғына яҙҙым, әммә был һүҙҙәрҙә 2023 йылда эҙмә-эҙлекле шөғөлләнәсәк кешеләрҙең күплегенә ҡағылышлы бер нисә етди проблема бар, - тип яҙа Зариф Закир улы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас