

Сысҡан
Сысҡан өсөн ҡуян йылы бәхетле буласаҡ тип көтөлә. Күп өлкәләрҙә һөнәри үҫеш, тормошто яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр булыр. Эштә уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәйҙер яңылыҡҡа әҙер булырға тейешһегеҙ. Һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә бөтә мөмкинлектәр булыр. Йыл матди яҡтан уңышлы.
Һыйыр (үгеҙ)
Йыл эштә һәм карьерала үҙгәрештәр алып киләсәк. Бәлки, һеҙгә мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Йылдың икенсе яртыһы профессиональ эшмәкәрлек өсөн бигерәк тә уңайлы. Тырышлығығыҙ менән маҡсаттарығыҙға һәм уңышҡа өлгәшә аласаҡһығыҙ. Үҙегеҙгә ышаныс уятырһығыҙ, яңы үрҙәр яуларһығыҙ.
Барыҫ (юлбарыҫ)
Юлбарыҫтарҙы уңыш оҙатып барасаҡ. Шулай ҙа эштә бер аҙ ауырлыҡтар булыуы ихтимал. Быйыл стратегик планлаштырыу менән шөғөлләнергә, яңы проекттарға әҙерләнергә кәрәк. Маҡсаттарығыҙға ирешер өсөн тырышырға тура килер. Йыл аҙағына тырышлығығыҙ бүләкләнәсәк - уңышҡа өлгәшәсәкһегеҙ.
Ҡуян
2023 - тормоштоң күп өлкәләрендә яңырыу йылы. Үҫешкә һәм алға хәрәкәт итеүгә нимә ҡамасаулауын билдәләр өсөн яҡшы ваҡыт. Яңы эштәр, проекттар башлау, күптән уйланылған пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дә уңайлы. Финанстарға килгәндә, әле булғандың барыһын да юғалтмау мөһим.
Лыу (аждаһа)
Барыһы ла еңел генә булмаҫ, әммә маҡсаттарығыҙға ирешергә тырышҡанда зирәклек һәм сабырлыҡ күрһәтеп, бар һынауҙарҙы ла йырып сыға алырһығыҙ. Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һеҙгә дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ярҙам итәсәк. Йыл дауамында килем тотороҡло ҡаласаҡ.
Йылан
Йыландар өсөн йыл тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә ыңғай булыр. Карьерала барыһы ла шыма булмаһа ла, һеҙ һалҡын ҡанлы булып һәм эшһөйәрлек күрһәтеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешерһегеҙ. Шәхси тормошҡа килгәндә, яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә бәхәскә инмәҫ өсөн, түҙемлек күрһәтегеҙ.
Йылҡы
Аттар өсөн йыл тыныс булмаясаҡ – һәр ваҡыттағыса күп эшләргә тура килер. Ләкин ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә уңышлы хәл итерһегеҙ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ныҡышмалылыҡ һәм эшһөйәрлек күрһәтеп, лайыҡлы баһаға өлгәшерһегеҙ. Аҡсағыҙҙы дөрөҫ ҡулланығыҙ.
Ҡуй
Дөйөм алғанда, йыл уңайлы буласаҡ. Тормошоғоҙҙоң бөтә өлкәләренә лә сағыштырмаса тотороҡлолоҡ килер. Карьерағыҙҙа барыһы ла ыңғай булыр, һеҙгә етәкселек, абруйлы кешеләр ярҙам итер. Бихисап яңы ҡыҙыҡлы танышыуҙар көтә. Яңы проект, бизнес башлай алаһығыҙ.
Маймыл
Йыл бер аҙ көсөргәнешле булыуы ихтимал. Әммә ҡаршылыҡтарҙы еңел генә йырып сығырһығыҙ. Эшегеҙҙә күп мәсьәләләрҙе хәл иткәндә артыҡ хистәргә бирелмәҫкә тырышығыҙ. Шул саҡта яҡшы һөҙөмтәгә ирешерһегеҙ.
Әтәс (Тауыҡ)
Әтәс йылында тыуғандар өсөн йыл мөхәббәт һәм мөнәсәбәттәр өлкәһендә уңышлы булырға вәғәҙә итә. Киң күңелле, ихлас булыуығыҙ яңы дуҫтар табырға ярҙам итер. Дуҫтарығыҙ, фекерҙәштәрегеҙ эшлекле мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер.
Эт
Эшегеҙ һөҙөмтәле, үҙегеҙ әүҙем буласаҡһығыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙә тыныслыҡ һаҡлаһағыҙ, кәрәкмәгән көсөргәнештән һәм ыҙғыштан ҡаса алырһығыҙ. Финанстарға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Шәхси тормошта барыһы ла ыңғай буласаҡ.
Ҡабан
Тормоштоң бөтә өлкәләре өсөн уңышлы йыл көтөлә. Яңы мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Эштә яҡшы һәм ышаныслы мөнәсәбәттәр булыр. Карьералағы ыңғай үҙгәрештәр табышығыҙҙың артыуына килтерер. Мөхәббәттә һеҙ башҡа билдәләргә ҡарағанда уңышлыраҡ.