Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2023, 04:25

Күгәрсендең аҫыл ҡыҙы

Бөгөн Күгәрсендең аҫыл ҡыҙы – халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 115 йыл  Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһында иң беренсе булып трилогия ижад иткән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ булған Зәйнәб Абдулла ҡыҙының бар ғүмере халҡына эскерһеҙ хеҙмәт итеүгә арнала. Зәйнәб Абдулла ҡыҙы 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында тыуған.  

Күгәрсендең аҫыл ҡыҙыКүгәрсендең аҫыл ҡыҙы
Күгәрсендең аҫыл ҡыҙы

Иртә етем ҡалған ҡыҙ Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм “Пионер” журналының мөхәррире була. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. “Партизан малай” исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.
1946 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951 йылдан — профессиональ яҙыусы. 60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. “Дуҫ булайыҡ”, “Көнһылыу”, “Гөлъямал”, “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар…” һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, “Нәҙер”, “Тылсымлы ҡурай” исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа. “Кәмһетелгәндәр” романы, “Оло Эйек буйында” романы,«Емеш» романы,«Уйҙар, уйҙар» повесы авторы. Зәйнәб Биишева С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, өс “Почет Билдәһе”ордены кавалеры.
1996 йылдың 24 августында Өфө ҡалаһында вафат була.  Уның исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп күп эштәр башҡарыла. 1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан “Зәйнәб Биишева”, 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына ҡарата “Беҙҙең Зәйнәб” исемле документаль фильмдар төшөрөлә (режиссер, сценарий авторы Ә. Абдразаҡов).

 Башҡортостан "Китап" нәшриәте, Өфөлә һәм Мораҡтағы урамдар, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ( 2012 йылда БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тип үҙгәртелә), Мораҡ дөйөм белем биреү мәктәбе, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә. 1999 йылда Күгәрсен районы хакимиәте Башҡортостан Яҙыусылар Союзы менән берлектә З.Биишева исемендәге әҙәби премия булдыра.Туйөмбәт ауылында яҙыусының йорт-музейы эшләй.

 Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева төрки донъяһының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә индерелгән.  2016 йылдың 14 октябрендә Өфөлә Октябрь проспектындағы аллеяла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыла.

Беҙ, күгәрсендәр, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы тыуып-үҫкән төбәктә йәшәүебеҙ, ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Уның бер туған ағаһы Ғибаҙулла Биишевтың ҡыҙы Ләлә апай менән әңгәмәнән өҙөк бирәбеҙ (тулы варианты - гәзиттең 1-се һанында).

 - Ләлә апай, хәйерле көн! Һеҙ Зәйнәб Биишеваның иң яҡын туғандарының береһе. Тимәк, уның ниндәй нәҫелдән икәнлеген дә яҡшы беләһегеҙ?

 Беҙҙең Зәйнәб апай  Бейеш кантон нәҫеленән. 

- Уның ата-әсәһе – һеҙҙең ҡартай-ҡәрсәйегеҙ. Уларҙың яҙмышы хаҡында ниҙәр беләһегеҙ?

- Оло әҙибәнең атаһы - ҡартатайым Абдулла Төхвәтулла улы Бейешев 15 йәшенән атайһыҙ, ерһеҙ ҡалһа ла, юғалып ҡалмай, үҙенең ҡарамағында ҡалған энеһен, һеңлеһен эйәртеп, йәйен байҙарҙа көтөүсе, ҡышын бай балаларына хеҙмәтсе булып, төрлө мәҙрәсәлә уҡып белем ала. Заманында мосолман донъяһына билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә лә уҡый. 29 йәшендә ул тирә-яҡҡа үҙенең белеме менән дан алған, Сапыҡ ауылында мәҙрәсә тотҡан Ғәлләм хәҙрәткә килә. Унда бер йыл белем ала һәм Өфөгә килеп Диниә назаратынан мулла таныҡлығы, мөғәллим исеме алып ҡайта. Ул ваҡытта инде ул Ғәлләм хәҙрәттең Ғөмәр исемле ағаһының ҡыҙы Фәғиләгә өйләнгән була. Фәғилә менән тыуған ауылы Туйөмбәткә ҡайтып йәшәй. Абдулла хәҙрәт ауылда мулла һәм мөғәллим вазифаһын үтәй, ауыл ир-егеттәренә, балаларына мәҙрәсәлә белем бирә, Фәғилә абыстай ҡыҙҙарҙы уҡыта. Беренсе ҡыҙҙары тыуғас,Камилә тип исем ҡушалар. Әммә сабый бәләкәй сағында уҡ вафат була. Икенсегә тағын ҡыҙҙары тыуғас, Йәмилә тип атайҙар. Унан улдары Ғибаҙулла (минең атайым), һуңынан бер-бер артлы өс ҡыҙ – Хәлимә, Хафаса, Зәйнәб донъяға килә. Әммә ҡыуаныстары оҙаҡҡа бармай, биш балаһын етем, Абдулла хәҙрәтте тол ҡалдырып, Фәғилә абыстай 41 йәшендә генә – 1911 йылда вафат була. Зәйнәб бары ике йәш ярымлыҡ ҡына булып ҡала. Абдулла мулла 1912 йылда Тума (хәҙерге Исем) ауылына күсә, бында ла уҡытыусылыҡ эшен дауам итә, 1919 йылда вафат була һәм ошонда ерләнә.

- Халыҡ яҙыусыһының Хәлимә исемле апаһы ла халҡым тип янып йәшәгән...

- Үгәй инәй Абдулла мулланы 14 йәшлек Хәлимәне лә кейәүгә бирергә мәжбүр итә. Әммә хәҙрәт буласаҡ кейәүе алдына “Хәлимәне Ырымбур өйәҙенең Ҡабан ауылындағы Бағбостан абыстайҙың мөғәллимәләр әҙерләй торған ике йыллыҡ мәктәбенә биреп уҡытырға һүҙ бирһәң генә ҡыҙымды һиңә бирәм” тигән шарт ҡуя.

 Буласаҡ кейәү һүҙендә тора. Шулай итеп, Хәлимә ике йыл уҡып, мөғәллимә булып ҡайта һәм Ҡасҡын ауылында ҡыҙҙар уҡыта башлай.

 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡ ваҡытында ул бер йәшлек Мәрйәм исемле ҡыҙын алып, ағаһы Ғибаҙулла менән еңгәһе Миңлебикәгә ҡайтып йығыла. Аслыҡтан миктәгән Хәлимәнең ҡыҙын имеҙергә лә хәле булмай. Еңгәһе үҙенең бер йәшлек улы менән ҡуша Мәрйәмде лә имеҙә. Хәлимә 1922 йылда Ыуарыла  – совет мәктәбендә уҡыта. Үҙе менән Зәйнәб һеңлеһен дә алып бара. Отҡор ҡыҙ унда 4 класты өс йылда тамамлай. Артабан уны ағаһы менән еңгәһе Туйөмбәткә алып ҡайта.

 1933 йылда Хәлимә апай ғаиләһе менән Өфөгә күсә.

 Баш ҡалала беренселәрҙән булып милли мәғарифҡа юл ярған кеше ул! Үҙенең тырышлығы менән 25 баланан торған беренсе башҡорт класын булдыра. Артабан ата-әсәләр менән һөйләшеп, 155 башҡорт балаһының исемлеген төҙөй. Ошо исемлек менән Халыҡ комиссариаты юлын тапай торғас, 1937-1938 уҡыу йылында 9-сы башҡорт мәктәбен асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1944 йылда 9-сы башҡорт мәктәбен интернат-мәктәп итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бына шулай башлана бөгөнгө Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы тарихы...

Хәлимә апай – Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1950-1954 йылдарҙа СССР-ҙың Юғары Советы депутаты булды. Уның депутат булараҡ халҡыбыҙ алдындағы йәнә бер оло ҡаҙанышы - Өфөлә “Родина” кинотеатрын һалдырҙы. Кинотеатр бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә. Ҡыҙы Флүрә күҙ табибы, медицина фәндәре докторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, “Почет билдәһе” орденына лайыҡ булды. 

- “Яҡтыға” трилогияһындағы Иштуғандың прототибы – һеҙҙең атайығыҙ Ғибаҙулла Биишев, тиҙәр. Ул ниндәйерәк кеше булды?

- Атайым Ғибаҙулла Абдулла улы оҙон ҡаҡса буйлы, ҡырлас танаулы, йәшел күҙле, баҫҡан урынында ут сәсрәтеп торған кеше ине. 13 йәшендә әсәйһеҙ, 20 йәшендә атайһыҙ ҡалғас, һеңлеләрен кеше итеүгә ҙур көс һала. Үҙ ғүмерен балалар уҡытыуға, тәрбиәләүгә бағышланы. Һуғыш ваҡытында фронтовик балаларын үлемдән, аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн Мәҡсүттә балалар йорто асыу кәрәклеген һорап өҫкә хат яҙа. Уның һорауы үтәлә, ләкин ауырыу көйө уны хеҙмәт армияһы иҫәбенә балалар йорто асыуҙы йөкмәтәләр. н эште намыҫ менән тулыһынса үтәп, йөҙләгән баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалды.

Атайым менән әсәйемдең биш балаһы булды. Уларҙың тырышлығы менән юғары белем алдыҡ, арабыҙҙа ғалимдар ҙа бар (Фуат Биишев – билдәле журналист, публицист, сценарийҙар яҙыу оҫтаһы; Әкрәм Бейеш – телсе- ғалим, тәржемсе, яҙыусы, филология фәндәре кандидаты; Ләлә Бейешева – педагогик хеҙмәт ветераны, БР Журналистар союзы ағзаһы, әүҙем йәмәғәтсе, “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры; Әсғәт Бейешев – техник фәндәр кандидаты; Рауза Бейешева– педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған тәрбиәсеһе – авт.).

- Атайығыҙ буласаҡ яҙыусының яҙмышында ҙур роль уйнаған...

- Ыуарынан алып ҡайтҡандан һуң, Йәмилә инәй менән Әхмәҙи бабай Зәйнәб апайҙы Ермолевкаға - педучилищеларға әҙерләү өсөн асылған бер айлыҡ курсҡа алып китә. Уны тамамлағас, апайым йәнә ағаһына ҡайта. Ырымбурҙа педучилище асылғасм, атайым пар ат егеп, һеңлеһен уҡырға алып китә. Әсйем киндер күлдәк тегеп кейҙерә. Ырымбурҙа баҙарҙа бер ҡатын “Кеше киндер күлдәк кейеп, ҡалаға киләме?” тигәс, “Һинең күлдәгең ебәк булһа ла, башыңда кәбәк, киләсәктә был күлдәктәр үҙҙәре минең артттан эйәреп йөрөйәсәк”, - ти.

 Атайым көнбағыш майы һатып, һеңлеһенә ботинка алып кейҙерә.

 Уҡып бөтөп, Баймаҡ районының Билал асуылына эшкә ебәрелгәс, атайым йәнә пар ат егеп, һеңлеһен алып китә. Темәскә барып еткәс, почта атына ултыртып ебәрә.

- Яҙыусының бер туған Хафаса исемле апаһын да телгә алдығыҙ. Уның хаҡында ла әйтеп үтегеҙ әле?

- Хафаса инәй, ауырыу сәбәпле, юғары үрҙәргә үрләй алманы. Ләкин ул ғүмерен һеңлеһе Зәйнәбкә бағышланы.

Билалда эш күбәйгәс, Зәйнәб апай “Хафаса апайҙы ебәрегеҙ” тип атайыма хат яҙа. Атайым Хафаса инәйҙе алып барып ҡалдыра.

 Хафаса инәй утыҙынсы йылдан алып Зәйнәб апайҙың уң ҡулы булды, уның өс улын үҫтерергә ярҙам итте, Зәйнәб апайҙың һуғыштан яраланып ҡайтҡан ире Ғәзиз Әминевты ҡарашты. Һуңғы көнөнә тиклем ул һеңлеһенә тоғро ҡалды. Ул апайымдан алдараҡ вафат булды.

- Йәмилә исемле апаһы ла булған икән...

- Иң оло апалары Йәмилә инәйем дә иҫкесә бик белемле ине. Яңыса ла артта ҡалманы. Ревлюцияға тиклем ире Әхмәҙи мәҙрәсәлә малайҙарҙы уҡытһа, инәй өйҙә ҡыҙ балаларға белем бирә.

 Биш балаһы ла юғары белемле - уҡытыусы, кандидат, фән кандидаттары булды. Улы – Ҡазбулатов Әхмәт Әхмәҙи улы хәрби табип булып, 25 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышланы. Бөйөк Ватан һуғышында ул Сталинградтан Эльбаға тиклем юл үтә, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. 1941 йылда һуғышҡа алынған егет 1965 йылда ғына тыуған еренә ҡайтты. Полковник дәрәжәһенә күтәрелде. Өфөгә ҡайтҡас та, 28 йыл табиплыҡ эшен дауам итте.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 1-се һанында уҡырһығыҙ.

 Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

 

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас