

Бына, ниһайәт, күптәр түҙемһеҙләнеп көтөп алған ваҡыт етте. Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына, еңеүселәрҙең исемдәрен атайбыҙ: шулай итеп, “Мораҙым” гәзитенә яҙылыусылар араһында өҫтәл лампаһын Дауыт-Ҡайыптан Әмир Харрасов, блендерҙы Бикестән Ирек Йомағужин, сәйнүкте Бикбулаттан Зөмәрә Иҫәнғолова, үтекте Йомағужанан Әсмә Ибраһимова, сәй сервизын Мусанан Ҡәмәриә Сафина, мультибешергесте Санъяптан Әлфиә Сәлихова отто. Яңы йылдың төп бүләге - бер мискә БАЛ Үрге Һаҙ ауылынан Мөнирә Ишбирҙинаға насип булды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм һәр саҡ беҙҙең менән булғандары өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ.