Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2022, 03:56

Битлек режимы кире ҡайтамы?

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы нимә тине. 

Битлек режимы кире ҡайтамы?Битлек режимы кире ҡайтамы?
Битлек режимы кире ҡайтамы?

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы каникул башланғансы республиканың белем биреү учреждениеларында битлек режимын үтәргә кәңәш бирҙе.

«Бындай ҡарарҙы мәктәп директоры ҡабул итергә тейеш. Мәктәп карантинға ябылһа, бина эсендә байрам саралары уҙғарылмай. Саф һауала ойошторорға мөмкин, был осраҡта һауа торошона ҡарарға кәрәк», — тип билдәләне министр.

20 декабргә республикала өс мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы карантинға ябылған. Өфөлә, Асҡын һәм Ҡалтасы райондарында - берешәр мәктәп, шулай уҡ Ҡалтасы районында - бер балалар баҡсаһы. Республиканың 50 мәктәбендә 158 класс һәм 13 балалар баҡсаһында 19 төркөм өлөшләтә карантинда.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау учреждениеларында битлек режимы индерелгән.

Автор:
Читайте нас