

Ойоштороусылар әйтеүенсә, бәйгелә районыбыҙҙың 20 тораҡ пункты– Бикбулат, Хоҙайбирҙин, Ялсы (Иртөбәк ауыл биләмәһе), Үрге Бикҡужа, Ҡалдар, Туйөмбәт, Ҡасҡын, 1-се Түкәт, Моҡас, Багдашкин, Яҡшембәт, Муса, Сапыҡ, Аралбай, Подгорный, Побоище, Иртөбәк, Хлебодаровка ауылдары, Семиречье, Прогресс утарҙары ҡатнашырға теләк белдергән.
Беҙҙекеләр юҡҡа ғына йыл һайын еңеүселәр исемлегенә инмәй: ҡайһы бер ауылдарҙа халыҡ бик дәртле, еңеүгә ынтылыштары көслө – быны беҙ сәлихтар миҫалында ла асыҡ күрҙек. Бәйгелә ике йыл рәттән ҡатнашҡан ауыл халҡы аҙна һайын тигәндәй төрлө мәҙәни һәм спорт саралары, өмәләр уҙғарҙы, изге эштәр башҡарҙы.
Уларҙың изге башланғысын, тәжрибәһен дауам иткән ауылдар быйыл да бар.
Конкурс барышында ауылдарҙың ойоштороу комитеты төҙөүе, план буйынса эш итеүе, район, республика сараларында ҡатнашыуы, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында төрлө саралар уҙғарыуы һәм шул хаҡта интернетта сағылдырыуы, эскелекте иҫкәртеү буйынса һөйләшеүҙәр, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороуы, имен булмаған ғаиләләр менән эше, алкоголле эсемлектәр һатыусылар менән көрәше, мәғлүмәт менән таныштырыуы, район гәзиттәрендә, башҡа ваҡытлы баҫмаларҙа яҡтыртып барыуы һ.б. буйынса рейтингы төҙөлгән. “Айыҡ ауыл - 2021”-ҙә ҡатнашыусылар үҙ ауылы хаҡында презентация ла эшләгән һәм видеролик төшөргән.
Быйыл конкурста әүҙемлек күрһәткән ауылдарҙың барыһы ла “Уртаса тораҡ пункттар” категорияһына (300-ҙән 600-гәсә кеше йәшәй) ҡарай.
Шулай итеп, иң күп балл йыйған Бикбулат ауылы 1-се урынға, Хоҙайбирҙин 2-се, Иртөбәк менән Подгорный 3-сө урындарға лайыҡ булды.