Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Декабрь 2022, 09:41

Яңы йылға нимә бешерәһең?

Яңы йыл етеп килгәндә хужабикәләр ят-ят аш-һыу рецептарын эҙләп, интернет селтәрен ҡыҙыра. Ҡунаҡтарын шаҡ ҡатырмаҡсымы, яҡындарын хайран итмәксеме – үҙе генә белә ул. Яңы йыл өҫтәле ни тиклем мул булһа, йыл да, имеш, шулай байлыҡ-хөрлөктә үтә тигән ышаныс (кем уйлап сығарғандыр) йәшәй халыҡта. Кәрәкме-кәрәкмәйме, ашаймы-ашамаймы, әммә мотлаҡ быйыл өҫтәлдә торорға тейеш тигән имеш-мимеш муллыҡ түгел, киреһенсә, исрафлыҡ. Әллә ниндәй ырым-шырымдарға ышанмай, үҙ мөмкинлектәребеҙҙән генә сығып та мул табын ҡорорға була. 

Тултырылған ҡаҙ табын йәме генә түгел, тәме лә булыр. 

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡаҙ түшкәһенә:

200 гр майонез, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, 1-2 лимон, әфлисун һуты, 1 ҡап ҡаҙ ите өсөн тәғәйенләнгән әҙер тәмләткес, 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы артыш емеше, йәшел алма, ҡара емеш, өрөк емеше.

Кем нисек эшләйҙер, әммә беҙ ҡаҙ түшкәһен бер тәүлеккә тоҙло һыуға тығып ҡуйыуҙан башлайбыҙ.

Бөтөн ҡаҙ һыйырлыҡ күнәккә бер ҡап тоҙ кәрәк була. Бер тәүлектән һуң түшкәне алып, ҡоро таҫтамал менән һөртөп әҙерләйбеҙ.

Ҡаҙ ите өсөн әҙер тәмләткескә һарымһаҡ, майонез ҡушабыҙ, майонез урынына бал  йә әфлисун менән лимон һуты (яңы һығылған) алһаң да ярай, ошо ҡатнашманы түшкәгә матурлап һөртөп сығабыҙ.

  Эсенә әскелтем тәмле алма, ҡара емеш, өрөк, дүрткә бүленгән әфлисун тултырабыҙ ҙа 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә ике сәғәт ярым тирәһе бешереп алабыҙ. 

Табынға инде өлөшләп бүлеп, емеш-еләк менән биҙәп бирәләр.

Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Яңы йылға нимә бешерәһең?
Яңы йылға нимә бешерәһең?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас