Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
22 Декабрь 2022, 05:25

Әрмегә 21 йәштән саҡыра башлаясаҡтар

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшен үҙгәртеү планлаштырыла.

Әрмегә 21 йәштән саҡыра башлаясаҡтарӘрмегә 21 йәштән саҡыра башлаясаҡтар
Әрмегә 21 йәштән саҡыра башлаясаҡтар

«Яйлап граждандарҙы хәрби хеҙмәткә 21 йәштән саҡыра башлау, ә сикләү йәшен 27 йәштән 30 йәшкә тиклем үҙгәртеү ҡарала», — тине министр Оборона министрлығы ултырышында.

Уның һүҙҙәренсә, шулай уҡ «граждандарҙың үтенесе буйынса һалдаттарға хеҙмәт итә башлауҙың беренсе көнөнән үк контракт төҙөү мөмкинлеге биреү» планлаштырыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путин был тәҡдимдәрҙе хупланы.

– Ҡораллы көстәргә артабанғы үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәрегеҙ менән килешәм. Коллегиялағы фекер алышыуҙарҙан һуң отчет биреүегеҙҙе һорайым, был хаҡта тағы ла бер тапҡыр ентекләп һөйләшербеҙ, – тине Дәүләт Башлығы.

Автор:
Читайте нас