

Башта һатыусы, сөгөлдөр утаусы, аҙаҡ оҙаҡ йылдар хат ташыусы булып эшләй Гөлшат Сәхәүетдин ҡыҙы.
Намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана: күп тапҡырҙар үҙе эшләгән тармаҡтың, район хакимиәтенең, Элемтә министрлығының маҡтау ҡағыҙҙарына, рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Гөлшат апай менән Фәрит ағайҙың балалары күптән инде үҙҙәре атай-әсәй. Әлеге көндә Рәсимә Фәрит ҡыҙы Ҡалдар урта мәктәбен етәкләй, балаларға тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем бирә, тормош иптәше Ильяс менән ике бала үҫтергәндәр, хәҙер үҙҙәре ҡартай-ҡәрсәй булыу шатлығын татығандар; шулай уҡ педагог һөнәрен һайлаған Рәсилә Фәрит ҡыҙы тормош иптәше Илгиз менән Сәйетҡолда төпләнгән, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй, улар өс балаға ғүмер биргәндәр; кәләше – Белорет районы ҡыҙы Ильмира менән ике бала үҫтергән Рөстәм Лангепас ҡалаһында йәшәй, ул - нефть сығарыу тармағында инженер; Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетын тамамлап, байтаҡ йылдар Африкала Миләттәр Ойошмаһы миссияһы буйынса менеджер-тәржемәсе булып эшләгән Руслан Мораҡ ҡыҙы Мария менән ғаилә ҡороп, ике бала үҫтерә. Һәр ҡайһыһы үҙ эшендә маҡтаулы, абруй яулаған, аҡыллы балалар үҫтереп, тормош иптәштәре менән татыу донъя көтәләр – әсә өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?! Тик ошо бәхетле көндәрҙе Фәрит ағай ғына күрә алмаған - 2012 йылда ҡан тамыры өҙөлөп, ҡапыл ғына мәңгелеккә китеп барған...
***
Тыныс, ипле булмышлы, йөрәк йылыһын башҡаларға ихлас таратып йәшәгән Гөлшат апай хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.