Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2022, 10:20

2023 йылға йондоҙнамә

Киләһе йылдың хужаһы – Ҡара һыу ҡуяны (йорт ҡуяны). Ҡытай календарына ярашлы, ул 22 ғинуарҙа башлана. Уның менән дуҫлашып, өмөттәрен аҡлаһаҡ, ҡуян үҙ сиратында тыныслыҡ, именлек, тотороҡлоҡ бүләк итәсәк. Киләһе йыл, дөйөм алғанда, уңышлы булмаҡсы.  Йорт ҡуяны тыныслыҡ һәм татыулыҡ билдәһе тип иҫәпләнә. Ул йыуаш холоҡло һәм конфликттарҙа ҡатнашырға яратмай. Шул уҡ ваҡытта ғаилә һәм дуҫтар хаҡына барыһына ла әҙер. Уның холҡо тыныс, баҫалҡы. 2023 йылды ҡурсалаусы бер кемгә лә ни эшләргә кәрәклеген өйрәтмәйәсәк. Шулай ҙа ул ҡатмарлы хәлдәрҙә ҡарарҙарҙы үҙаллы ҡабул итергә мөмкин.  Ҡуян - һыу стихияһы вәкиле. Һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Йылдың символы – ҡара, был төҫ, уйлап эш итеү, ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек символы тип иҫәпләнә. Астрологтар раҫлауынса, 2023 йыл Юлбарыҫ ҡурсалауында уҙған йылдың эҙемтәләрен яйға һаласаҡ. Һәр йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙы ниҙәр көтә - был хаҡта сайтта ентекләберәк....

2023 йылға йондоҙнамә2023 йылға йондоҙнамә
2023 йылға йондоҙнамә

Ҡуҙы
 Астрологтар әйтеүенсә, Һыу ҡуяны йылы ҡуҙылар өсөн уңышлы һәм һөҙөмтәле булмаҡсы. Шуға күрә ғәйәт ҙур пландар ҡороуға тотонорға мөмкин. Уйлағандарығыҙ тормошҡа ашыр, үҙгәрештәр тик яҡшыға ғына булыр.

Буға

 Йыл һеҙҙең өсөн артыҡ тыныс үтмәҫ, уның ҡарауы, ярайһы уҡ уңышлы һәм тотороҡло булыр. Бик күп ыңғай мәлдәр көтә - тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә уңыш йылмайыр. Тыумыштан килгән ныҡышмалылыҡ һәм эшһөйәрлек теләгән һөҙөмтәгә ирешергә ярҙам итәсәк. Игеҙәктәр
 Игеҙәктәрҙең тау әйләндерерлек көс-ҡеүәте ташып торор. Улар башкөлләй уңыш диңгеҙенә сумырға әҙер. Еңел генә икенсе эш таба алыр. Карьера буйынса алға китеште көтөргә лә була. Тормоштары һәр ваҡыттағыса ваҡиғалар менән тулы буласаҡ.

Ҡыҫала

Һыу стихияһы вәкилдәре өсөн артыҡ үҙгәрештәр көтөлмәй. Шулай ҙа тырышҡанда, уңыш улар яғында булыр. Маҡсаттарға ирешеү өсөн ең һыҙғанып эшләргә тура киләсәк. Яңы йылда был билдә аҫтында тыуғандарҙы байтаҡ эштәр көтә.

Арыҫлан
 Арыҫландар өсөн йыл ҡыҙыҡлы танышыуҙар һәм ваҡиғалар менән тулыланасаҡ. Улар, ниһайәт, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтергә һәм киң публиканың иғтибарын яуларға мөмкин. Бөтә эштәрҙе лә башҡарып сығыуҙан тыш, шәхси тормошҡа ла ваҡыттары ҡала әле.

Ҡыҙ
 Бай йөкмәткеле йыл вәғәҙә ителә. Быйыл алдағы пландарығыҙ өсөн нигеҙ һалыу кәрәк. Айырыуса матди хәлегеҙҙе нығытыуға, яңы кешеләр менән танышыуға һәм бизнес-контракттар төҙөүгә баҫым яһарға кәрәк. Мауыҡтырғыс сәйәхәттән дә баш тартырға кәрәкмәй.

Үлсәү
 Киләһе йыл үлсәүҙәр өсөн тыныс килә. Бер аҙ тырышлыҡ һәм көс һалғанда, тәү ҡарашҡа ысынбарлыҡҡа ашмаҫтай тойолған уй-ниәттәрегеҙҙе лә тормошҡа атҡарырһығыҙ. Ташып торған көс-ҡеүәтегеҙҙе тик ыңғай юҫыҡҡа йүнәлтегеҙ. 

Саян

 Киләһе йыл саяндар өсөн ысын бүләк буласаҡ. Ҡуян уларға тыныслыҡ вәғәҙә итә. Шуның менән бергә алда мауыҡтырғыс ваҡиғалар көтә. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Уларға уңыш юлдаш буласаҡ.

Уҡсы
 Хаталарҙы төҙәтергә, барыһын да таҙа биттән башларға кәңәш ителә. Бөтә башланғыстар ҙа, ҙур тырышлыҡ һалһаң, уңыш килтерәсәк. Хеҙмәт һәм ныҡышмалылыҡ алдағы йылда ла ярҙам итәсәк. Уҡсылар иң изге хыялдарын тормошҡа ашыра аласаҡ.

Ылаҡ
 Ғаилә һәм эш даими иғтибар талап итәсәк. Сәйәхәттәр планлаштырырға йәки ремонт менән шөғөлләнергә мөмкин. Ғаилә килем-сығымын алдан планлаштырып, ваҡ-төйәккә күп аҡса түкмәһәгеҙ, аҡса янсығығыҙ буш тормаҫ.

Һыуғояр
 Йыл бөтә өлкәләрҙә лә имен булырға вәғәҙәләй. Һыуғоярҙың тәбиғи ныҡышмалылығы быға булышлыҡ итә. Көсө һәм энергияһы етәрлек буласаҡ. Яҡындар менән яҡшы мөнәсәбәт һаҡлау һәм яңы дуҫтар табыу мөһим.

Балыҡ
Балыҡтарҙы киҫкен үҙгәрештәр көтмәй. Дөйөм алғанда, барыһы ла үҙегеҙ теләгәнсә барасаҡ. Йорт ҡуяны йылында мәшәҡәттәр аҙ булмаҫ, әммә һөҙөмтәһе лә булыр. Был йылда оҙайлы ваҡытҡа пландар ҡорорға мөмкин.

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас