

Тыумышы менән Яҡшембәт ауылынан ул. 1973 йылда Төпсән егете – Рәшит Ишмөхәмәт улы менән ҡауышып бергә-бергә матур донъя төҙөйҙәр. Дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн ҙур тырышлыҡ һалалар. Тормош юлдашы, ғаилә башлығы ғүмер баҡый бригадир булып эшләй, үҙе “Искра” совхозының алдынғы һауынсыларының береһе була.
Совхоздар тарҡалып, ике меңенселәр башында фермалар ябылғас та, хеҙмәттән йәм табып өйрәнгән Ишдәүләтовтар эшһеҙ тормай. Таңғырҙа, Ҡанаҡаста икешәр, өсәр йыл сөгөлдөр утап, ғаиләһен шәкәр менән тәьмин итәләр. Утыҙар сутый картуф сәсеп, көҙгөһөн уны “камаз”лап оҙатып онға, мал аҙығы, көнбағыш майына алмаштырып йәшәргә йүнен табалар. Булдыҡлы ата-әсә өлгөһөндә балалары ла эшсән, ныҡ елкәле булып үҫә. Иң өлкәне – Сәимә медицина юлын һайлай. 2-сеһе – Хәлит ғаиләһе менән Һапаш ауылында йәшәй. Уның кешелек сифаттары, илһөйәрлеге изге ғәмәлдәрендә үк сағыла. Салауат ҡалаһының төҙөлөш идаралығы директоры булараҡ Төпсән ауылында яңы мәсет төҙөүҙә үҙ өлөшөн тос индерҙе ул. Өсөнсөһө – Рәфис тә төҙөлөш өлкәһендә эшләй, Күмертау ҡалаһында йәшәй, кәләше менән өс ҡыҙ үҫтерә.
Иң кесеһе – Фәнүр атаһының аманатын тотто. “Бәлки, кинйәм киләсәктә фермер булыр” тигән өмөт менән малсылыҡ үҫтерер өсөн үҙе һалдырған ағас һарайҙарҙы һүттермәй, ситтәргә бирмәй һаҡлаған Рәшит Ишмөхәмәт улының, 15 йылға яҡын имам-хатиб булараҡ иман йортонда аҙан тауышын һүрелтмәгән аҡһаҡалдың яҡты донъяларҙан китеүенә дүрт йыл хәҙер. Ныҡлы терәк-таянысһыҙ ҡалғас та әсәле-уллы Ишдәүләтовтар һис бирешмәй, мал үрсетеп, ауыл һарайҙарын (ферманы) йәнә тергеҙеп, Төпсәнгә йәм бөркә. Яҡты йөҙлө, йомарт күңелле, киң даирәле, тилбер ҡуллы Сәүиә апай төбәктең рухи ҡәлғәһе лә булып тора.
Ҡырҡтан артыҡ мал эйәһен аҫрар өсөн аҙ сабырға кәрәкме?!. Фәнүргә, крәҫтиән хужалығының башлығына, йәй оҙоно бесәнен, мал аҙығын хәстәрләргә тура килә, артабан алдына иҫән-имен ҡышлатыу бурысы баҫа. Ә һауынсы һөнәрен элек ҙур ғорурлыҡ һәм намыҫ менән башҡарған әсәһе “беләктә көс барҙа, үҙем һауам әле” тип, улына ныҡлы иңен ҡуя. Йәйгеһен һыйыр һауырға ярҙамлашҡан һәм бесән эшләшкән Рәйлә менән Салауат Иҙрисовтарға, көтөү көтөшкән Азамат Ишдәүләтовҡа, ярҙамсыл, игелекле күршеләренә, ауылдаштарына улар ҙур рәхмәтле.
Ауыл уңғандары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫманың 50-се һанында уҡырға мөмкин.