Күрше-күләндең бер-береһенә оҙон йәйге эҫе көндәргә ситән аша ғына “Әйҙә, кәкре сәйгә” тип ҡысҡырып саҡырып алғанын ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр әле.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә, баҡтиһәң, төшкө аштан һуң 4 менән 5 араһында эскән сәйҙе “Мортаза сәйе”, “Хөсәйен сәйе”, “Хосай сәйе”, “кәкре сәй”, “ялҡау ҡайрым сәйе” тип йөрөтәләр икән.
Йор һәм тапҡыр телле халҡыбыҙ бына ниндәй үҙенсәлекле исемдәр уйлап сығара!
Ә һеҙ "Мортаза сәйен" эсәһегеҙме? Әллә "Хөсәйендеке" тәмлерәкме?
Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.