Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабря 2022, 05:43

БР Яҙыусылар союзының XIX съезы үтте

16 декабрҙә Өфөлә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай залында Башҡортостан Яҙыусылар союзының XIX съезы булды. Унда Башҡортостан яҙыусылары ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәп ижад иткән әҙиптәр ҙә ҡатнашты. Союздың элекке рәйесе Зәки Әлибаев был вазифала 6 йыл эшләне.  Съезда бер төркөм шағир-яҙыусыларға дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр тапшырылды.   

Күренекле яҙыусылар Камил Йыһаншин, Әмир Әминев, Флүр Ғәлимов һәм Ринат Камалға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы; билдәле яҙыусы һәм шағирә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡоваға Башҡортостандың халыҡ шағиры исемдәре бирелде.


- Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләгән осор бик яуаплы һәм үҙенсәлекле булды минең өсөн. Ойоштороу эштәре, ижади шәхестәр менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләү, республика  тормошонда әүҙем ҡатнашыу сыныҡтырҙы ғына, - ти Зәки Арыҫлан улы.

Әйткәндәй, уның эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан Салауат Юлаев ордены менән баһаланды.

Яңы рәйес итеп йәш яҙыусы, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов һайланды. 

БР Яҙыусылар союзының XIX съезы үтте
БР Яҙыусылар союзының XIX съезы үтте
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас