Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2022, 06:55

Бөгөн- ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Тыуғандан алып һуңғы көндәренә тиклем кеше тормошо ЗАГС органдары эшмәкәрлеге менән бәйле. Кешенең шатлыҡлы, тантаналы мәлдәренә лә – ғаилә ҡороу, ул йә ҡыҙҙарына тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу, ҡайғылы осорона ла – айырылышыу, яҡын кешеңдең һуңғы документын алыу кеүек хәлдәргә лә шаһит булырға тура килә уларға. Шатлыҡлы ваҡиғалар ҡайғылылары менән аралашып, ЗАГС бүлегенең көндәлек тормошон сағылдыра. Шуның өсөн уларҙың эше яуаплылыҡ, иғтибарҙан тыш, кешеләрҙең хәленә инә белеүҙе, итәғәтлелекте талап итә. 18 декабрҙә ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәреүҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.Ошо уңайҙан Күгәрсен районының ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Зөфәр ҡыҙы Сафина менән әңгәмәләшәбеҙ.

Бөгөн- ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн- ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн- ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

- Һеҙҙең бүлек ниндәй эштәр башҡара һәм коллективығыҙ ҙурмы?

- ЗАГС - никах теркәү урыны ғына түгел, беҙҙә көн дә тыуым, үлем теркәлә, атайлыҡ хоҡуғы билдәләнә, исем алмаштырыла. Унан тыш, акт яҙмаһына үҙгәрештәр, өҫтәмәләр, төҙәтмәләр индерелә, ҡабаттан таныҡлыҡ, төрлө белешмәләр бирелә һәм сит ил дәүләттәренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтелә. 

Коллектив ҙур түгел, беҙҙә ике кеше эшләй: мин ЗАГС бүлеген 2011 йылдың декабренән етәкләйем. Бүлек белгесе Нуридә Хужахмәтова лә үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.  

- Эш күрһәткестәренә лә күҙ һалайыҡ әле.

- 2022 йылдың башынан бөтәһе 213 бала донъяға килде, 118 ғаилә теркәлде. Исемде алмаштырыу тураһында яҙыу акттары арта бара. Әгәр 5 йыл элек йылына 5 кеше исемен алмаштырһа, һуңғы 2 йылда исемдәре менән “ҡәнәғәт” булмаусылар артып китте. 2021 йылдаошо һорау менән беҙгә 33 кеше, 2022 йылда 26 кеше мөрәжәғәт итте.

Шулай уҡ 2020 йылдың ноябрендә акт яҙмаларын электрон төргә күсереү буйынса ҙур һәм күп көс талап иткән эш башҡарылды. Бөтәһе 176 мең акт яҙмаһыэлектрон документҡа индерелде.

- Оҙаҡ йылдар йәшәүсе парҙарҙы ла тәбрикләү тантаналарын үткәрәһегеҙ.

- Эйе, 2003 йылдан, БР Президенты Указына ярашлы, законлы никахта 50, 60, 70 һәм 75 йыл йәшәгән ғаилә парҙарын бүләкләү ойошторола башланы. БРПрезиденты Указын тормошҡа ашырыуға ЗАГС хеҙмәткәрҙәре яуаплы ҡарай. Ундай сараларҙың популяр һәм көтөп алынған булыуы - быға асыҡ миҫал. Ағымдағы йылда беҙҙең районда 26 ғаилә тәбрикләнде.

- Һеҙҙең эшмәкәрлектә ниндәй яңылыҡтар бар?

- Тыуыу, никахҡа инеү, айырылышыу, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, үлемде теркәүгә ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкинлек бар, шуныһы ла мөһим, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биргәндә, дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама бирелә. 

Шулай уҡ яңыраҡ ҡына дәүләт хеҙмәттәре порталында “Бала тыуыу” яңы суперсервисы барлыҡҡа килде. Ул кешене бюрократиянан азат итә: хәҙер бөтә кәрәкле документтарҙы онлайн бирергә һәм баланы онлайн теркәргә мөмкин. Был суперсервис тейешле пособиелар тураһында ла үҙе хәбәр итә һәм түләүҙәргә ғаризаны онлайн бирергә мөмкинлек бирә. 2022 йылдың 14 декабрендә беҙҙең райондың ЗАГС бүлегендә тәүге “электрон” сабый теркәлде.

- Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ.

- Коллегаларымды, ЗАГС органдарында эшләп киткән ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Барыһына ныҡлы сәләмәтлек, хеҙмәттән йәм табып, шатлыҡ алып, ғаиләләренә, туғандары менән бергә именлектә йәшәүҙәрен теләйем.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас