

Кисә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡорт мәҙәниәте йылы һәм рухи мираҫ йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Унда беҙҙең райондан район хакимиәте башлығы Гөлгөнә Абдуллина һәм район башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов ҡатнашты.
Сарала иң актив йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, ҡала һәм район хакимиәттәре, күрше өлкәләрҙең башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһындағы еңеүселәрҙе бүләкләгәндәр.
Әйткәндәй, киләһе 2023 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Фән һәм мәғрифәт йылы тип иғлан ителгән.