Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2022, 09:20

Туған телгә һөйөү тәрбиәләйҙәр

Туған телгә ҡарата һөйөү сабыйға әсә һөтө менән һеңә, тәрбиә аша һалына. Был йәһәттән, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән.  Беҙҙең районда кескәй балаларға башҡорт теле серҙәрен өйрәтеүселәр – “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Нәзирә Ишкилдина менән “Уралҡай” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Гәүһәр Болғаирова малай-ҡыҙҙарҙы туған телгә өйрәтеп кенә ҡалмай, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, йыр-моңға ла ҡыҙыҡһыныу уята.  Уҙған аҙнала улар Мәғарифты үҫтереү институтында Башҡорт теле көнөнә арналған «БАЛАСАҠ ИЛЕ» педагогик идеялар оҫтаханаһында ҡатнашҡан.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләйҙәрТуған телгә һөйөү тәрбиәләйҙәр
Туған телгә һөйөү тәрбиәләйҙәр

Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы әйтеүенсә,
сараның тәүге өлөшө өҫтәл артында һөйләшеү форматында үткән, икенсе өлөшө "Ижади оҫтахана"ла ҡатнашҡандар. Майҙансыҡтарҙа республикабыҙҙың алдынғы тәрбиәселәре ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре күрһәткән.
"СТиЭМ"  ярышы командалар араһында барған. Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы менән Гәүһәр Миңнәхмәт ҡыҙы ҡатнашҡан команда “Этноквиз” ярышында икенсе урын яулап, диплом менән бүләкләнгән.
 Афарин!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас