Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2022, 10:15

Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы ул - Әсмә апай

Гәзит-журналдарға ташламалы хаҡтар менән яҙылыу барған осорҙа, әлбиттә, баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтары тураһында яҙып үтке килә. - Һөнәрем менән уҡытыусы бит мин. Гәзитһеҙ – рухи аҙыҡһыҙ йәшәү беҙҙең халыҡҡа һис килешмәй, - ти Йомағужа ауылында ғүмер итеүсе Әсмә Ибраһимова.  Педагогик хеҙмәт ветераны үҙен белгәндән алып “районка”нан, аҙаҡ башҡорт телендә баҫмабыҙ үҙ аллы сыға башлағандан бирле “Мораҙым” дан айырылмай.

Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы ул - Әсмә апайБаҫмабыҙҙың тоғро дуҫы ул - Әсмә апай
Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы ул - Әсмә апай

 Ул тамырҙары менән Яңауыл ауылынан. Ете бала тәрбиәләнгән эшһөйәр, татыу ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, уға үҫмер саҡтан кесерәк туғандары өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, ата-әсәһенә ярҙамсы булып буй еткерергә тура килә. Уҡыуға ла, йырға ла әүәҫ ҡыҙ мәктәптә һәр яҡлап алдынғылар рәтендә була.

 Мораҡ башҡорт мәктәбен тамамлағас, ата-әсәһенең өмөтөн аҡлап, 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Баш ҡалабыҙ сәхнәләренән дә төшмәй, сессияларын да һәр саҡ уңышлы тапшыра. 3-сө курстан һуң йәшлек йәре – Исем ауылы егете, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған Сәфәр Шәһит улы менән ҡауыша. Йәтим генә үҫкән егет һөйөклөһөн үҙе уҡыта, уға артабан тормошта ла ныҡлы иңен ҡуя. Ғүмер баҡый “Ҡыҙыл маяҡ” колхозында агроном эшен намыҫ менән атҡарып, райондың ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индерә. Ә тәүге хеҙмәт тәжрибәһен Исем мәктәбендә, артабан “Китап” нәшриәтендә алған Әсмә Мәхмүт ҡыҙы

хаҡлы ялға сыҡҡансы Йомағужа 1-се урта мәктәбендә рус һәм башҡорт телен уҡыта, үҙ өлгөһөндә нисәмә быуын уҡыусыларының күңелендә ике телгә, милләткә һөйөү-ихтирам, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй. Әүҙем йәмәғәтсе, һәүәҫкәр йырсы булараҡ, мәҙәни-ағартыу эштәренән бер ситтә ҡалмай.   

 Матур пар өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы мөхәббәт-наҙҙа, татыулыҡта тәрбиәләй. Тормош юлдашы баҡыйлыҡҡа күскәс, изгелекле әсә өсөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, милли баҫмаларыбыҙ күңел йыуанысы булып тора. Мейес ашы, ҡул эштәре оҫтаһы ла ул Әсмә апай. Уның күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ ҡул эштәре һабантуй тирмәләрендә һәм башҡа байрам сараларында күргәҙмә мөйөштәрен биҙәй.

 Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫманың 49-сы һанынан уҡый алаһығыҙ. 

  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас