Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2022, 04:37

Шайморатов батальоны яугирҙәренә ял биргәндәр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәрен фронт һыҙығынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға сығарыуҙарын хәбәр итте. Уларҙың һаулығын тикшереү өсөн табиптар ебәрелгән.

Шайморатов батальоны яугирҙәренә ял биргәндәрШайморатов батальоны яугирҙәренә ял биргәндәр
Шайморатов батальоны яугирҙәренә ял биргәндәр

«Әле Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына командировкаға килгән табиптар — кардиолог, ультратауыш диагностикаһы табибы (УЗИ, ЭКГ), травматолог-ортопед, оториноларинголог, офтальмолог, хирург, шәфҡәт туташтары ҡабул итә. Бер нисә көндән уларға республиканан күсмә стоматология комплексы һәм төрлө йүнәлешле стоматологтар ҡушыла, — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. — Вәғәҙә иткәнебеҙсә, хәрбиҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ».

Автор:
Читайте нас