Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2022, 10:25

Хоҙайбирҙиндар йола һаҡлай

"Айыҡ ауыл-2022" конкурсында ҡатнашҡан был ауыл халҡы ымын мәғәнәһендә халыҡ йолаларын тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән һөҙөмтәле эшләй. Күптән түгел ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡаҙ өмәһенән һуң ҡанат һыҙырыуға Хоҙайғоловтарҙың өйөнә йыйылды.  Ауылдың әүҙем хәбәрсеһе, ветерандар советы рәйесе Миңнира Ишбаева беҙҙең гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, ауылда үткән бөтә мәҙәни һәм спорт саралары хаҡында йөкмәткеле мәҡәләләр ебәреп тора. Хоҙайғоловтарҙа үткән өмә тураһында ла ул бәйән итә.  

- Ҡаҙ өмәһе үткәреү йорт хужаларының егәрле, йомарт, киң күңелле булыуын күрһәткән ауыл тормошоноң бер биҙәге ул. Өмәләр тамамланғас, һуңғы ваҡытта бер аҙ онотолоп барған ҡаҙ ҡаурыйын һыҙырыу йолаһын иҫкә төшөрөү маҡсатында Хоҙайбирҙин ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Сәлимә һәм Зөфәр Хоҙайғоловтарҙың йортона йыйылды. Егәрле йорт хужалары милли ризыҡтар бешереп, самауыр ҡайнатып, өмәселәрҙе бик ихлас ҡаршыланы.

Улар быйыл 21 ҡаҙ, 27 өйрәк үҫтергән. Ҡаҙ өмәләре үткәс, ҡауырһындарҙы һыҙырып ҡабарыңҡы, йомшаҡ мендәрҙәр тултырып ҡуйырға ваҡыт етте.  Ейән-ейәнсәрҙәр үҫеп килә бит! Йомшаҡ мендәрҙәрҙә йоҡлап, мул, тыныс тормошта үҫергә насип булһын балаларға.

 Ошондай изге теләктәр әйтеп, боронғо йырҙар йырлап, йомаҡ ҡойошоп, бик  күңелле үтте был байрам. Бер күрешеү үҙе бер ғүмер бит, йәнле аралашып ултырыуға ни етә!

Ауыл кешеһе әйберҙең ҡәҙерен белә шул, һыҙырылған ҡаҙ мамығынан эшләнгән мендәрҙәр матур, ҡупшы килеп сыҡты. Өмәселәр, ҡаҙ ҡауырыйын юлдарға һибеп, киләһе йылда ла ҡош-ҡорттоң уңыуын, ауылдар ҡаҙ өмәләре, матур байрамдар менән гөрләп торһон тип теләне, - тип уртаҡлаша ауыл хәбәрсеһе Миңнира апай ИШБАЕВА.

Хоҙайбирҙиндар йола һаҡлай
Хоҙайбирҙиндар йола һаҡлай
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас