

Киҫкен респираторлы инфекция һәм киҙеү менән сирләү осраҡтары артыу сәбәпле, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауаханаларҙың эш ваҡытын оҙайтырға ҡарар итте. Әле медицина учреждениеларында эш көндәрендә пациенттарҙы 21.00-гә тиклем ҡабул итәләр.
Шулай итеп, табиптар бер сәғәткә оҙағыраҡ эшләй башлай, тип белдерҙе амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге мөдире Альбина Танһыҡҡужина.
Ял көндәрендә эш графигы ла үҙгәрҙе. Төбәк халҡы шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем табипҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, йәкшәмбе дежур белгестәр сыға, улар өйҙәргә шылтыратыуҙар буйынса йөрөйәсәк.