

Ошо көндәрҙә Бикбулат ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Көн тәртибенә ҡуйылған тәүге һорау – “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы менән биләмә башлығы Илнр Сәйфуллин таныштырҙы. Артабан ауыл халҡы проектта ниндәй мәсьәлә менән ҡатнашыу һорауын хәл итте. Йыйылышҡа бөтәһе 80 кеше килде. Урындағы халыҡтың барыһы ла программала ҡатнашыуҙы бер тауыштан хупланы. Ауыл биләмәһе хакимиәте халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса актуаль проблемаларҙы билдәләне. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе Бикбулат ауылы зыяратының ағас кәртәләүҙәрен тимергә алмаштырыуға бәйле ине. Ауыл халҡы программа ярҙамында ошо ҙур, әммә бөтәһенә лә бик кәрәкле мәсьәләне хәл итергә, тигән ҡарарға килде.