

- Быйыл бикҡужалар был программа ярҙамында ауыл клубына ремонт эшләргә, ингән ишекте алмаштырырға, тыштан стеналарын көпләргә тигән тәҡдим яһаны.
Был мәсьәлә бик урынлы күтәрелде, сөнки мәҙәниәт усағы – халыҡты туплап торған, берләштергән урын, ул йылы, яҡты, таҙа, уңайлы булырға тейеш. Йыйылыштар, балалар өсөн дә, ололар өсөн дә төрлө мәҙәни саралар шунда уҙғарыла. Бай китап фондына эйә китапханабыҙ ҙа клуб бинаһында урын алған.
Программала еңеп сығырбыҙ һәм проектты уңышлы тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанам, - ти Бикҡужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ләйсән Сөләймәнова.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.