Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2022, 09:18

Йәштәрҙең теләктәрен хуплап

Республикала уңышлы эшләп килгән ”Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы  ярҙамында ла исемдәр күп кенә эштәр башҡарған. Быйыл был проектта Яңауыл ауылы халҡы ҡатнаша.  Ошо көндәрҙә Яңауыл ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә йыйылыш һәм Әсәйҙәр көнөнә арналған матур сара үтте.

Йәштәрҙең теләктәрен хуплапЙәштәрҙең теләктәрен хуплап
Йәштәрҙең теләктәрен хуплап

 Районыбыҙ көндән-көн матурлана, ә ауылдарҙағы тормош йылдан-йыл уңайлыраҡ була бара. Һәр биләмә, һәр ауыл төрлө программалар ярҙамында үҙҙәренең ауылдарын төҙөкләндерергә, матурларға тырыша. Бына, мәҫәлән, Исем ауыл биләмәһен генә алайыҡ. Башҡаларға һәр яҡлап өлгө булырлыҡ биләмә халҡы бик әүҙем, төрлө программаларҙа теләп ҡатнаша һәм улар ярҙамында ауылдарын күркәмерәк итә һәм ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдыра.  Республикала уңышлы эшләп килгән ”Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы  ярҙамында ла исемдәр күп кенә эштәр башҡарған. Быйыл был проектта Яңауыл ауылы халҡы ҡатнаша.

 Ошо көндәрҙә Яңауыл ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә йыйылыш һәм Әсәйҙәр көнөнә арналған матур сара үтте.

 Йыйылыусылар алдында Исем ауыл биләмәһе башлығы Юлиә Хренова сығыш яһаны, алда әйтеп үтелгән программа, уның ярҙамында үткән йылдарҙа биләмә ауылдарында ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне. Дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙамды файҙаланып ҡалырға өндәне.

 Йыйылышта яңауылдар социаль-мәҙәни үҙәккә музыка аппаратураһы кәрәклеге тураһында белдерҙе, ошо программа сиктәрендә мәҙәниәт усағына аппаратура һәм йәштәр, балалар ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн теннис ҡумтаһы алып ҡуйырға килештеләр.

 Юлиә Таһир ҡыҙы билдәләүенсә, Яңауыл ауылы менән Һарытау утарҙарында апаруҡ кеше йәшәй, йәштәр ҙә, балалар ҙа байтаҡ. Гөлсәсәк Нариманова етәкселек иткән мәҙәниәт усағы ла матур эшләй, балалар йыр-бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнә, иҫтәлекле даталар һәм байрамдар уңайынан төрлө саралар үткәрелеп тора.

 Йыйылыш тамамланғас, иң йәмле байрамдарҙың береһе - Әсәләр көнө уңайынан күркәм сара уҙғарылды. Ауылдың йәш артистары үҙҙәренең иң ҡәҙерле кешеләре -әсәйҙәре, өләсәйҙәренә матур, йөкмәткеле концерт тәҡдим итте. Таңсулпан Нариманова, Алтынай Сәлихова башҡарыуындағы бейеүҙәр, Зөлфиә Сәлихова, Таңһылыу Байрамғәлина һәм иң бәләкәй ҡатнашыусы - 6 йәшлек Минтимер Сәлихов йырлаған йырҙар, Әмилә, Фаягөл Аҫылбаевалар, Гөлдәр Буранбаева, Мәҙинә Мусина һөйләгән шиғырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә һәр кемдең күңеленә хуш килде. Сара барышында тамашасылар менән дә уйындар үткәрелде.   

 Ауыл халҡының әүҙемлеге һәм проекттың хупланыуы менән ауыл клубының эшен тағы ла йәнләндереп ебәргән аппаратурана алып булыр, тигән ышаныста ҡалып таралышты ауыл халҡы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас