

Гөлнур менән Камил Киленбаевтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 28 йыл. Күгәрсен егете менән Ишембай районы ҡыҙы 1994 йылда осрашып ҡауышҡан.
Ғаилә башлығы 1969 йылда Түбәнге Бикҡужа ауылында тыуған. Килен булып төшкән еренә таштай батҡан Гөлнур иһә Ишембай районының иҫ киткес матур тәбиғәтле Ғүмәр ауылында - дүрт ҡыҙ менән бер ул үҫтергән Хөмәйрә һәм Носрат Иҫәнғоловтарҙың татыу ғаиләһендә төпсөк ҡыҙ булып донъяға килгән. 9-ҙан һуң Ишембайҙағы 2-се мәктәп-интернатты тамамлаған, аҙаҡ Салауат ҡалаһында оптика заводында һөнәр алып, шунда уҡ эшкә урынлашҡан.
Күптәрҙе осраштырған - ҡауыштырған “Ҡунаҡ һарайы”нда танышалар улар. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ике районды гөрләтеп туй яһайҙар.
Йәш ғаилә Салауатта төпләнә, әммә улдары Динар тыуғас, уға был ҡаланың газлы һауаһы ярамай тип, Ишембайға күсәләр. Тап шул осорҙа Камилға Чечня Республикаһында хеҙмәт итеп ҡайтырға тура килә. 2001 йылда уның тыуған ауылы Түбәнге Бикҡужаға күсеп ҡайтып, яңы өй һалып инәләр. Бында ҡайтҡас, ғаиләләренең ҡотон арттырып, йәнә бер вариҫтары донъяға килә.
Ғаилә башлығы “Башҡортостан” милли паркына, йәш килен 2004 йылда урындағы мәҙәниәт усағына эшкә урынлаша. Икеһе лә эштәрен яратып, әлеге көндә лә йөҙөп йөрөп эшләй, тиһәң, һис арттырыу булмаҫ. Камил бына инде ике тиҫтә йыл көн дә иртән Бөрйән яҡтарына юллана, Гөлнур иһә ауылдың мәҙәни тормошо өсөн яуап бирә. Клуб мөдире генә түгел, өҫтәүенә 2018 йылдан алып китапханасы ла ул, байрамдарҙа төрлө саралар ойоштороп, ауыл халҡының күңелен күтәрә, кәрәк саҡта үҙе лә сәхнәгә сыға.
Оло улдары Динар башлы-күҙле генә түгел, атай булып та өлгөргән, кәләше – Мәләүез ҡыҙы Зәлиә менән Ынйы исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө хоҡуҡ институтын тамамлаған егет 4 йыл Күгәрсен эске эштәр бүлегенең енәйәтте тикшереү бүлегендә эшләй, әлеге көндә ул - Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығында өлкән оперуполномоченный, капитан.
Икенсе улдары Алмас башта ауыл, аҙаҡ Йомағужа 2-се урта мәктәбендә белем алған, хәҙер Мәләүез индустриаль коллеждында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.
Киленбаевтар хаҡындағы мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.