

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, республиканың элекке вице-премьеры Рәиф Әбдрәхимовҡа Рәсәйҙең маҡтаулы исеме бирелде.
Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр рәсми интернет-порталында баҫылған. Төҙөлөш өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм оҙайлы, намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәиф Әбдрәхимов "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Рәиф Әбдрәхимов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын атҡарҙы, төҙөлөш комплексын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты контролләне. Хәҙер ул – “Башспирт” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры.