

Хоҙайбирҙин ауылының татыу ғаиләһе - Миңзәлә менән Рәис Әмировтарҙың йортонда ҡаҙ өмәһе гөрләне. Ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ генә йыйылып, һәр кем эшкә тотондо. Ҡаҙан аҫып, һыу йылытылды. Изге теләктәр әйтелеп, эш башланды. Уңған хужабикәләрҙең Һәр береһе оҫтарып бөткән: ҡаҙҙы үтекләп, йөнөн йолҡоп, эсен таҙаланылар. Йола буйынса, Керәүле буйына йырҙар йырлап, теләктәр теләй-теләй төшөп, сайҡатып алып ҡайттылар. Ә кисен инде хужабикә өҫтәл әҙерләп, ҡоймаҡ еҫтәрен сығарып өмәселәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Ҡаҙ ҡанаты, ҡаҙ өмәһе.
Йылдарына бер генә
Ғумер буйы онотолмай
Тыуып уҫкән ил генә.
#Айыҡауыл2022
#Хоҙайбирҙинауылы
#Күгәрсенрайоны
#Әйҙәсәләмәтбулайыҡ