

2023 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ. Ошо арала программала ҡатнашыу буйынса бер-нисә йыйылыш үтте. Унда ауылыбыҙға ҡағылышлы проблемалар күтәрелде, зыяратты кәртәләү, ауылға трактор алыу, ут һүндереү машинаһына өсөн йылы бокс төҙөү, медпункты ремонтлау кеүек һорауҙар ҡаралды. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының бинаһы авария хәлендә, уны ремонтлап ҡына булмаҫ, Һапаш ауылында модулле ФАП бинаһын федераль программа буйынса төҙөүҙе һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә тигән тәҡдимдәр ҙә булды.
Ошо көндәрҙә халыҡтың фекерен асыҡлау маҡсатында һорау алыу үткәрәсәкбеҙ һәм тәҡдимдәрҙе дөйөм йыйылышҡа сығарасаҡбыҙ.
Илүзә ИНСЕҒОЛОВА, эшсе төркөм ағзаһы.