Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноября 2022, 05:03

Пенсия арта

1 ғинуарҙан пенсия арта.

Пенсия артаПенсия арта
Пенсия арта

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы етәксеһе 2023 йылдың ғинуарынан пенсия артыуы тураһында иғлан итте

2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы 4,8 процентҡа артасаҡ.

Был турала Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков 25 ноябрҙә Федерация Советында «парламент диалогы» барышында белдерҙе.
Хеҙмәт министрлығы етәксеһе 2022 йылда президент ҡарары менән тәүге тапҡыр 1 июндән пенсияны ваҡытлыса 10 процентҡа индексациялау тураһында хәтергә төшөрҙө.

«Әлеге ваҡытта ғәмәлдәге ҡануниәттә ҡаралған ике баҫҡыслы индексация һөҙөмтәләре буйынса (ғинуар һәм июнь айҙарында) 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата пенсияларҙың дөйөм артымы 15,3 процент тәшкил итәсәк, әгәр 2022 йылдың 1 ғинуарына һәм 2023 йылдың 1 ғинуарына пенсияны сағыштырһаҡ», — тип хәбәр итә Котяков.

Алдан хәбәр ителеүенсә, декабрҙә ҡайһы бер пенсионерҙар икеләтә пенсия аласаҡ. Был банктарҙың һәм почта бүлексәләренең ғинуар байрамдарында эшләмәгән көндәренә бәйле. Тап шуның өсөн дә пенсияһы 8-се көнгә тиклем иҫәпләгән граждандарға түләү ваҡытынан алда башҡарыласаҡ.

Автор:
Читайте нас