

Әгәр ҙә һин кемгәлер ярҙам итергә теләһәң, быны бушҡа эшлә. Бушлай бирелгән нәмә, бушлай эшләнгән ғәмәл сауап булып ҡайтыр, кемгәлер файҙалы булыу, изгелек күрһәтә алыу тойғоһо күңелегеҙгә ҡәнәғәтлек алып килер.
Ялған һөйләгән кеше үҙе алдаҡ ауына эләгә, күңелен таплай, кешеләрҙең ышанысын юғалта.
3. Башҡаларҙы үҙгәртергә тырышма - үҙеңде үҙгәрт.
Был тормошта һәр кемдең үҙ тәжрибәһе һәм үҙ юлы, һин башҡа яҙмыштар өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе түгел, ә өлгө, ярҙамсы ғына була алаһың.
4. Тормошто ҡатмарлаштырма.
Ябай ғына мәсьәләләрҙе нисек бар - шулай ҡабул ит. Мәҫәлән, ирең сәй яһап биреүҙе үтенә икән, “тор ҙа яһап ал, ҡулың юҡмы әллә” тип екергәнсе, уның үтенесен ҡәнәғәтләндер: иреңә сәй түгел, бәлки, һинең иғтибарың мөһимерәктер.
5. Әлеге мәлдә йәшә.
Уйҙар – йүгәнһеҙ ат, беҙҙе йыш ҡына йә үткәнгә, йә киләсәккә алып ҡайта. Уй ғына түгел, йыш ҡына ғәмәлдәребеҙ ҙә киләсәккә бәйле: был матур һауыт-һабаны ҙур байрамдарҙа өҫтәлгә ҡуйырбыҙ, скатертты ҡунаҡ килгәндә йәйербеҙ һ.б. Ә был киләсәк килгәнсе күп әйберҙәрҙең саң йыйып ултырғаны, уларҙың йылына, ҡайһы берҙә хатта бер нисә йылға бер генә тапҡыр өҫтәлгә ҡуйылыуы иҫәптә лә юҡ. Матди байлыҡ ҡына түгел, күңелдәге хистәр ҙә киләсәккә, йә үткәнгә бәйле: эх, шул ваҡытта нисек бәхетле инем, Яңы йыл етһә нисек күңелле була һ.б. Ҡыҫҡаһы, әлеге мәлдә йәшәргә - ғүмеребеҙҙең һәр көнөнән кескәй генә шатлыҡтарҙы күрергә өйрәнеү зарур!
6. Хыялға бирелеп, ваҡыт үткәргәнсе, тот та эшлә.
7. Аралашығыҙ.
Әммә ул аралашыу телефондан смс-хәбәр яҙыу ғына булмаһын. Күптән күрешмәгән инәй-бабайығыҙға, туғанығыҙға шылтыратып, хәл белешегеҙ. Уларҙың ихлас ҡыуаныуы һеҙҙең күңелгә лә шатлыҡ өҫтәр.
Башҡалар тураһында ғәйбәт һөйләгән әҙәм шул кешеләргә хас булған насар холоҡтоң, күренештең бер өлөшөн үҙенә ала.
10. Изгелекле булығыҙ.
Һине уратҡан донъя – һинең көҙгөләге сағылышың.
Үҙегеҙгә ҡарата ниндәй ҡарашта булыуҙарын теләйһегеҙ, эргә-тирәләрегеҙҙәгеләргә шундай мөнәсәбәттә булығыҙ.
Аҙағынаса еткерелмәгән эштәр күңелгә тынғылыҡ бирмәй, энергияны бөтөрә, стресс тыуҙыра. Шуға ла башланған эште аҙағына еткерергә, көсөргәнештән ҡотолорға кәрәк. Тамамлау мөмкин түгел икән, һис юғы был эштәрҙе күңелдән генә бөтөнләйгә һыҙып ташларға тырышығыҙ.
Татлы йоҡо психологик, эмоциональ көсөргәнештән ҡотҡара, энергетик балансты тергеҙә һәм организмға көс тупларға ярҙам итә, тиҙәр белгестәр. Төнгө ял яҡшы булһын өсөн тыныс йоҡларға ҡамасаулаған насар ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ. Уларға электрон почтаны тикшереү, социаль селтәрҙәрҙә яңылыҡ таҫмаларын ҡарау һ.б. инә.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.