Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2022, 06:44

Күп балалы ғаиләләргә - 50 мең һум

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға «Әсәлек даны» миҙалы менән 50 мең һум күләмендә аҡса бирелә. 

Күп балалы ғаиләләргә - 50 мең һумКүп балалы ғаиләләргә - 50 мең һум
Күп балалы ғаиләләргә - 50 мең һум

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 30 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостан Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр араһында — Баймаҡ, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Бәләбәй, Бөрө, Бөрйән, Дәүләкән, Дыуан, Ишембай, Ҡыйғы, Мәләүез, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Учалы, Саҡмағош райондарынан, Нефтекама, Күмертау һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар. Миҙал алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың тулы исемлеге менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Миҙал 1998 йылда булдырылған. Ошо йылдар эсендә уға һигеҙ меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса түләнә.

Автор:
Читайте нас