

Ул хаҡта биләмә башлығы Әхмәтйән Вәлитов һөйләй:
- Беҙҙең ауыл биләмәһендә был программа буйынса эштәр әүҙем алып барыла: алдағы йылдарҙа был проект буйынса Түбәнге Һаҙ ауылында һыуға скважина бырауланыҡ, Мәҡсүт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты төҙөкләндерҙек, йәй көндәре юл буйҙарындағы, йәмәғәт территорияларындағы сүп-сар үләндәрҙе сабыр өсөн роторлы бесән сапҡыс, ҡыш көнө ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыр өсөн ҡар таҙартҡыс, тракторға КУН алдыҡ.
Быйыл Арҙат ауылы халҡы программала ҡатнашыу теләген белдерҙе. Инициатив төркөм халыҡты проект менән таныштырыу һәм уларҙы борсоған һорауҙарҙы асыҡлау өсөн әле өйҙәр буйлап йөрөй. Ауыл халҡы “Иң тәү сиратта киләсәк быуын – балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк”, тип балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү һорауын күтәреп сыҡты. Арҙат ауылында йәш ғаиләләр, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар байтаҡ.
Был проектҡа әҙерләнеү һәм уны тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарын уңышлы үтербеҙ, тип ышанабыҙ. Конкурстан үтеп, проектты тормошҡа ашырған хәлдә Арҙат ауылы тағы ла йәмләнеп, күркәмләнеп китер ине, - ти хакимиәт башлығы Әхмәтйән Хәкимйән улы.