Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь , 11:25

Көслө рухлы башҡорт ҡыҙы

 Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡҡа, сабырлыҡҡа эйә Түбәнге Бикҡужа ауылында йәшәүсе Гөлфара Рафиҡова. Өҫтөнә өйөлгән тауҙай ҡайғыларҙы еңергә үҙендә көс табып, балаларына терәк булып йәшәй ул.

Көслө рухлы башҡорт ҡыҙы
Көслө рухлы башҡорт ҡыҙы

Ибраһим ауылында Шәүрә Зәкәриә ҡыҙы менән Салауат Ташбулат улы Йосопбаевтарҙың алты балалы ғаиләһендә донъяға килгән Гөлфара. Күмертау юридик техникумында хоҡуҡ белгесе, юрист һөнәренә уҡый, кейәүгә сыҡҡас, ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында юғары белем ала. Атлап түгел, осоп тигәндәй йөрөгән, елдәй етеҙ, дәртле ҡыҙ мәктәптә уҡыған йылдарында ла, студент булғанда ла бик әүҙем була.

Түбәнге Бикҡужа егете Илгиз менән ул 2002 йылда таныша. 2003 йылдың башында гөрләтеп туй үткәрәләр. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Ләйсән менән Айгизә, аҙағыраҡ улдары Ишморат донъяға килә. Әлеге көндә Ләйсән Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура һәм төҙөлөш факультетының 2-се курсында белем ала.

 Айгизә Йомағужа 2-се урта мәктәбенең 10-сы класында уҡый. Оя төбө Ишморат - 8-се класс уҡыусыһы. Ул да апалары һымаҡ бөтә фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша.

 Гөлфара 2003 йылдан алып 2017 йылға тиклем мәктәптә эшләй: тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәренән балалаға белем бирә, бер осор директор урынбаҫары, директор вазифаларын да башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда балалар һаны аҙ булыу сәбәпле, 2017 йылда Түбәнге Бикҡужа мәктәбе ябыла һәм күптәр эшһеҙ ҡала. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, һәр ваҡыт балалар араһында булырға күнеккән Гөлфара тәүҙә Семен-Петровский, аҙаҡ Воскресенск мәктәптәренә йөрөп эшләй. Көн дә иртән алыҫҡа йөрөп эшләүе ҡыйынға төшһә лә, һаман да йөрөр ине әле, ярай ҙа Йомағужа балалар йортона эшкә саҡыралар.

 Хәҙер инде өсөнсө йыл тәрбиәсе булып эшләй Гөлфара.

Йәшләй генә өйләнешеп, береһенән-береһе матур, аҡыллы өс бала үҫтергән, ун һигеҙ йыл ярым эсендә утты-һыуҙы бергә кискән, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡ күтәргән Рафиҡовтар бер бөтөн, бер йән булып ғүмер иткән.

 Әммә уҙған йылдың октябре ғаиләгә ҙур ҡайғы алып килә: оҙаҡ йылдар Йомағужала газ-авария хеҙмәтендә эшләгән ғаилә башлығы инфаркт үткәреп, ҡапыл ғына баҡыйлыҡҡа күсә. Был ауыр һынауҙы сабыр күтәрә Гөлфара, тешен ҡыҫып булһа ла түҙә, һынмай-бөгөлмәй, балалары, ҡайны-бейеме менән бер-береһенә терәк булалар.

Нескә генә күңелле булһа ла, ирҙәр көнләшерлек рух ныҡлығына эйә Гөлфара! Уның һәм яҡындарының өлөшөнә әллә күпме һынауҙар төшкән шул. Бер нисә йыл элек бер туған Ришат, Илшат ағаларын, уҙған йылдың майында Ринат ағаһын юғалтҡан, хәҙер килеп ире... Балалары хаҡына үҙендә йәшәр көс тапҡан, күптәрҙе һоҡландырырлыҡ итеп донъя көткән Гөлфараға артабан тик ҡыуаныслы мәлдәр генә кисерергә яҙһын инде!

***

Эшләргә теләгән кеше яйын, теләмәгән кеше сәбәбен таба, тиҙәр. Рафиҡовтарҙың уңғанлығына хайран ҡалырһың! Быға тиклем улар ун бишкә яҡын йылҡы малы аҫраған. Әлеге көндә һигеҙ баш йылҡы, ике һыйыр, дүрт башмаҡ, ике быҙау тоталар. Гөлфараның төп ярҙамсылары, әлбиттә, балалары һәм ҡайны-бейеме.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА. 

 

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас в