

Сит ерҙәрҙә йәм тапмайынса, тыуып үҫкән төйәктәренә ҡайтып төпләнгәс, Лүциә Нәбиулла ҡыҙы тәүҙә Бикбулат ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, артабан оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләй. Элегерәк Бикбулат ауылы мәҙәниәт йорто ғына түгел, район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә көмөш телле гармунын “һайратып”, моңло халыҡ көйҙәре менән тамашасы күңелен яулаған, тирә-яҡта балта оҫтаһы булараҡ та даны таралған ғаилә башлығының исеме күптәргә таныш. Әлеге ваҡытта Илшат Әхмәтшәриф улы себер тарафтарын ҡыҙыра. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр эшкә күңелен һалып, хеҙмәттән йәм таба белә ул. Һәр яҡлап өлгөр Губаевтар көҙгөһөн үткән “Милләттәр кросы”нда парлашып ҡатнашып, ҡаҙаныштар яуланы.
Данлы ҡортсолар ғаиләһенән булған Лүциә Нәбиулла ҡыҙы ҡул эштәре һәм аш-һыу оҫтаһы. Ирҙе ир итә белгән аҡыллы ҡатын да, күптән үҙ ояһын ҡорған ике балаһы өсөн һаман өҙөлөп тороусы хәстәрлекле әсә лә ул.
Руслан менән Алина ла, ата-әсәһенә оҡшап, әүҙемдәр, булдыҡлылар. Спортҡа әүәҫ Алина йүгереү, саңғы, йөҙөү, волейбол буйынса ярыштарҙың береһенән дә ситтә ҡалмай. Үҙе эшләгән Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективының гел алдынғылар рәтендә булыуында уның өлөшө тос. Руслан 84-се янғын һағында водитель булып эшләй. Ағалы-һеңлеле ике туғандың ғаиләләре матур; һөйөү-наҙға төрөнөп кенә икешәр ҡыҙ үҫә. Бәхетле өләсәй менән олатай ҙа ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп, хәстәрлек күрһәтә, бергә китап уҡыйҙар, дәртле гармун көйҙәренә лә бергәләп тыпырҙашалар, ҡышҡыһын күмәкләшеп ҡарҙан төрлө йәнлек һындары әүәләйҙәр...
- Бер-береңә терәк булып, бергә-бергә татыу йәшәүҙәргә ни етә?!. Балалар һәм ейәнсәрҙәргә ҡарап йәшәрәһең, эшкә дәртләнәһең... – ти Лүциә менән Илшат Гөбәевтар.