Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь , 12:28

Ҡараштары - киң, ғәмәлдәре - яҡты, изге

 Урыҫ егете менән башҡорт ҡыҙының осрашып, йәрәшеп, ныҡлы тамырлы ғаилә ҡороуҙарын нисек аңлатырһың, боронғоларҙың әйткәненә - никахтарҙың күктә яралыуына ышанмаһаң әгәр?!.  Эйе, баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе Бикбулат ауылы ҡыҙы Гөлназ Кинйәбаева менән Артем Рабогошвили - икеһе бер бөтөн булып, ике яҡтың да телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итеп, балаларын да толерантлы, илһөйәр рухлы итеп тәрбиәләүсе һоҡланғыс пар!  Тирә-яғыбыҙҙа үҙ теленән оялғандар донъя тулы булғанда, ғаилә башлығының сәмләнеп башҡорт телен өйрәнеүе, халҡыбыҙ мираҫына ихтирам менән ҡарауы күңелдә ғәжәпләнеү һәм һоҡланыу тойғоһо уята.

Ҡараштары - киң, ғәмәлдәре - яҡты, изге
Ҡараштары - киң, ғәмәлдәре - яҡты, изге

 Гөлназ Салауат ҡыҙы серле тауҙар иле, таланттар төйәгенән. Атаһы ерле башҡорт булараҡ, малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән (күптән мәрхүм). Әсәһе Ләйлә Кинйәбай ҡыҙы - бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлап, нисәмә быуын балалар күңелендә туған телгә, нәфис әҙәбиәткә ҡарата һөйөү-ихтирам хисен тәрбиәләгән Педагогик хеҙмәт ветераны. Халыҡ йырҙары оҫтаһы, һандуғастай моңло тауышлы ысын талант эйәһе Гөлназды ла илһөйәр рухлы, толерантлы, донъяға яҡты ҡарашлы итеп үҫтереүгә ирешә.

 Бәләкәстән йыр-моң ярата, шиғриәткә ылыға Гөлназ. Тыуған ауылы мәктәбендә белем эстәп, ҡанат нығытып,  артабан Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, тәүҙә география уҡыта, эколог булып эшләп хеҙмәт тәжрибәһе туплай. Ныҡышмал, маҡсатҡа, белемгә ынтылышлы ҡыҙ аҙаҡ иҡтисад  фәне буйынса диссертация яҡлай.

 Хәҙер ул – Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетында баш белгес. Сибек кенә иңдәрендә уның яуаплы бурыстар ята. Дәрт-ялҡынлы йөрәкле, юғары маҡсатлы гүзәл зат тынғыһыҙ эшендә өлгөрөргә лә, һөйөклөһөнә, ике балаһына йөрәк йылыһын, иғтибарын тейешле бүлергә лә әмәлен таба.

 Һәләтле ҡыҙҙың тормош юлдашы – полиглот, уникаль шәхес. Артем Анатольевич үҙен “урыҫмын” тиһә лә, туғандары араһында буряттар, грузиндар, белорустар ҙа бар икән. Телгә һығылмалылыҡ, бер юлы күп телдәрҙе үҙләштерә алыу һәләте ҡанына һалынған, тимәк. Ул Өфө дәүләт техник нефть университетында ҡытай телен уҡыта. Урыҫ, ҡытай телендә иркен һөйләшкән белгес инглиз, итальян, япон, испан телдәрен дә үҙенең биш бармағылай белә. Ә беҙҙең район һылыуы – Гөлназ менән ҡауышҡас, икенсе яртыһына, уның милләтенә тәрән ихтирам йөҙөнән башҡорт телен дә өйрәнеп ала.

 Киң даирәле, ижади ҡарашлы ата-әсәнең балалары ла һәләтле. Улдары - Кирилл Өфө янындағы Яркий ҡасабаһының 2-се полилингваль гимназияһында шайморатовсылар класында уҡый, бер нисә тел үҙләштерә. Ҡыҙҙары - Лилиә һүрәт төшөрөргә, йырларға әүәҫ; 104 – се мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы район һәм ҡалала үткән вокаль буйынса бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар алып йөрөй.

 Улдарының шайморатовсылар класында уҡыуы менән сикһеҙ ғорурлана ата-әсә, баш ҡалабыҙҙа легендар генералдың мөһабәт таш һыны пәйҙә булыуына ла ҡыуаныстары сикһеҙ.

 Эше буйынса ғаилә башлығына ниндәй генә ерҙәрҙе – Ҡытай, Япония, Ғәрәп эмираттары, Төркиәне айҡап, ғаиләһенә донъяның бар гүзәллеген күрһәтергә насип булмай. Әммә “Һәр илдең үҙ матурлығы, ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге, тик иң яҡыны, гүзәле барыбер ҙә үҙебеҙҙең ил, тыуып үҫкән еребеҙ. Иң мөһиме – милләттәр араһында татыулыҡ, берҙәмлек булһын. Берҙәм булһаҡ, донъялар ҙа гүзәлерәк, йәшәүе лә еңелерәк булыр!”  - ти Гөлназ менән Артем ихлас йөрәктән.

 Ана шул ихласлыҡтары, илһөйәр рухлы булыуҙары, тышҡы донъя менән тулы гармонияла йәшәүҙәре, матурлыҡҡа ынтылыштары менән арбай ҙа инде улар!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас в